

28 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә 2021 йылдағы социаль-иҡтисади күрһәткестәрҙе билдәләне.
Шулай итеп, сәнәғәт индексы 11 айҙа 106,2 процентҡа еткән.
- Был, тотош илдәге уртаса күрһәткескә ҡарағанда, бик юғары. Тимәк, республика иҡтисады коронавирус пандемияһынан һуң тергеҙелә, - тине Радий Хәбиров. – Декабрҙә был статистиканы тағы яҡшыртырбыҙ тип ышанам.
Торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу буйынса ла ыңғай үҫеш күҙәтелгән: 2,9 миллион квадрат метрҙан ашыу.
- Бер ҡасан да республикала ошонса торлаҡ төҙөлмәне. Элекке рекордты 300 мең квадрат метрға арттырып, тарихи максимумға сыҡтыҡ, - тине Радий Хәбиров. – Был – федераль Хөкүмәт менән төҙөүселәребеҙҙең берҙәм эш һөҙөмтәһе. Хөкүмәттең бер нисә программаһы торлаҡ төҙөлөшө темпына ҙур йоғонто яһаны.
Башҡортостан Башлығы, 2021 йыл ҡоролоғо ауыл хужалығына ныҡ йоғонто яһаны, тип белдерҙе. Ауыл хужалығы продукцияһы етештереү, үткән йыл менән сағыштырғанда, 87 процентҡа кәмегән.
- Эксперттар һуңғы ун йылда бындай уҡ ҡоролоҡ теркәлмәне тип белдерҙе, - тине Радий Хәбиров.
Ыңғай яңылыҡтарға килгәндә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың 2019 йылға, пандемияға тиклемге осорға тиклем, кимәлдә тергеҙелеүе, төп капиталға инвестициялар артыуы күҙәтелгән. Һуңғыһы быйыл ғинуар – сентябрҙә 103,6 процент тәшкил иткән.
Статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалғанда, республикала уртаса эш хаҡы кимәле быйыл ғинуар – октябрҙә беренсе тапҡыр 40 мең һумды артҡан һәм 40468 һум тәшкил иткән. Теркәлгән эшһеҙлек кимәле иһә тарихи минимумға – 3,8 процетҡа тиклем кәмегән.
Фото: glavarb.ru