Иҡтисад
28 Декабрь 2021, 11:50

Төҙөлөш һәм транспорт өлкәһенә байҡау яһалды

114 меңдән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан.

Төҙөлөш һәм транспорт өлкәһенә байҡау яһалдыТөҙөлөш һәм транспорт өлкәһенә байҡау яһалды
Төҙөлөш һәм транспорт өлкәһенә байҡау яһалды

Республика Хөкүмәте Президиумы ултырышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рәйеф Әбдрәхимов үҙенең сығышында быйыл төбәктә төҙөлөштө һәм транспортты үҫтереү һөҙөмтәләрен, киләһе йылға бурыстарҙы телгә алды.

Бүленгән аҡсаға 21 социаль һәм инженерлыҡ инфраструктураһы объекты төҙөлөшө тамамланған.

– 2021 йылдың 11 айы йомғаҡтарына ҡарағанда, 2 миллион 653 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. Был Волга буйы федераль округында – беренсе, Рәсәйҙә алтынсы күрһәткес, – тине Рәйеф Әбдрәхимов. – Йыл йомғаҡтары буйынса торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу күләме 2,9 миллион квадрат метр булыр тип көтөлә.

Торлаҡ шарттарын 114 меңдән ашыу ғаилә яҡшыртҡан, айырым категорияға ҡарған 11 мең граждан дәүләттән 2,4 миллиард һумлыҡ ярҙам алған. Быйыл 2,4 меңдән ашыу алданған өлөшсөнөң хоҡуғы тергеҙелгән. “Ағиҙел аръяғы” һәм “Ҡариҙел аръяғы” кеүек биләмәләрҙә һыу бүлеү селтәрҙәре төҙөү планлаштырыла.

Республиканың транспорт комплексында, Рәйеф Әбдрәхимов әйтеүенсә, пассажирҙар ташыу сифатын яҡшыртыу йәһәтенән күләмле эш алып барыла. “Башавтотранс” предприятиеһының күсмә составы паркы яңыртыла. 2021 йылда 220, һуңғы өс йылда иһә 943 автобус һатып алынған һәм маршрутҡа сығарылған. Ҡала яны тимер юл транспортында ла пассажирҙар ташыу сифаты яҡшыра.

“Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән берлектә Өфө тимер юл узелын үҫтереү проектының финанс моделе төҙөлә, Дим-Иглин участкаһында икенсе юлдар һалына. Был проектты тормошҡа ашырыу 2030 йылға пассажирҙар һанын йылына 6,5 миллионға тиклем арттырыу мөмкинлеген бирәсәк.

Мең километрҙан ашыу автомобиль юлы норматив хәлгә килтерелде. Киләһе йылда транспорт комплексы алдында кәмендә 970 километр юл селтәрен төҙөкләндереү, 30 километр яңы юл һалыу, ҙур инфраструктура объекттарында эште дауам итеү, Өфөнөң 450 йыллығы айҡанлы төҙөү, реконструкциялау, капиталь ремонтлау ҡаралған объекттарҙа эште башлау бурысы тора.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=54331

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=54331

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас