Иҡтисад
28 Декабрь 2021, 08:45

Торлаҡ төҙөлөшө күрһәткестәре быйыл тағы ла яҡшыраҡ

2 миллион 900 мең квадрат метр - республика тарихындағы иң ҙур һандар.

Торлаҡ төҙөлөшө күрһәткестәре быйыл тағы ла яҡшыраҡТорлаҡ төҙөлөшө күрһәткестәре быйыл тағы ла яҡшыраҡ
Торлаҡ төҙөлөшө күрһәткестәре быйыл тағы ла яҡшыраҡ

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ниндәйҙер кимәлдә йылға йомғаҡ яһалды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров торлаҡ төҙөлөшө тармағын яҡшы яҡтан телгә алды. Уның белдереүенсә, йылды 2 миллион 900 мең квадрат метр күрһәткесе менән тамамлаясаҡбыҙ. Был - республика тарихындағы иң ҙур һандар.

Республикала бүленгән аҡсалар иҫәбенә 21 социаль һәм инженер инфраструктураһы объекты төҙөлөп бөттө. Быйыл туғыҙ 1100 урынлыҡ мәктәп һәм 440 урынлыҡ мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, бер спорт тәғәйенләнешендәге физкультура-һауыҡтырыу комплексы, бер мәҙәниәт йорто, туғыҙ инженер инфраструктураһы объекты төҙөлдө, бер һаулыҡ һаҡлау объекты төҙөкләндерелде.

114 меңдән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртты. Айырым категориялағы 11 мең гражданға торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн дәүләттән дөйөм суммаһы яҡынса 2,4 миллиард һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән.

Инфраструктура облигациялары механизмын файҙаланып, Ағиҙел аръяғы һәм Ҡариҙел аръяғы кеүек перспективалы райондарҙы һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү селтәрҙәрен төҙөү күҙаллана. Был территорияларҙа 14 миллион квадрат метр торлаҡ фонды төҙөлөр тип көтөлә.

Фото: rbc.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас