

Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында 2021 йылда республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә яҡынса йомғаҡ яһалды һәм киләһе йылға бурыстар ҡаралды. Ултырыш Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә үтте.
Ул, иҡтисади эшмәкәрлектең бик күп төрҙәре буйынса үҫештең түбәнәйеүенә кәртә ҡуйыу һәм иҡтисадты тотороҡландырыу быйыл тәү сираттағы бурыс булды, тип билдәләне.
– Беҙ макроиҡтисади күрһәткестәрҙең күбеһен пандемияға тиклемге кимәлгә сығарып, йылды тотороҡло ыңғай динамикала тамамлай алдыҡ. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 11 айҙа республиканың йыйылма бюджетына 176,3 миллиард һумлыҡ һалым һәм һалым булмаған килем индерелгән, 2019 йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 6,2 миллиард һумға йәки 3,6 процентҡа үҫеш күҙәтелә, – тине Андрей Назаров.
Был тәү сираттағы йөкләмәләрҙе финанс йәһәтенән тәьмин итеү, социаль әһәмиәтле сараларҙы һәм төбәк проекттарын тормошҡа ашырыуҙы дауам итеү, иҡтисадтың реаль секторына һәм халыҡҡа дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙең өлгәшелгән темпын һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген бирҙе.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=54331
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=54331