

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2021 йылға ҡайһы бер йомғаҡтарҙы яһаны.Мәҫәлән, ғинуар-ноябрь айҙарында Башҡортостанда сәнәғәт етештереүе индексы 106,2% тәшкил иткән. Был – бик яҡшы һандар, ул Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән юғарыраҡ, тип билдәләне Радий Хәбиров. “Декабрь йомғаҡтары буйынса был һан тағы ла юғарыраҡ булыр тип ышанам”, – тине ул.
Был мәғлүмәттәр республика иҡтисадын тергеҙеү индикаторы булып тора, тине төбәк етәксеһе.
– Мин бөтә хеҙмәткәрҙәргә бының өсөн рәхмәтлемен. Хатта, ғәҙәттә, көслө булған ауыл хужалығында сәнәғәт етештереүе индексы 87 процентҡа тиклем кәмеһә лә – бында 2010 йылдағы кеүек ҡоролоҡ йоғонто яһаны – барыбер беҙҙең үҫеш бар, – тине Радий Хәбиров.
Мөһим күрһәткестәрҙең береһе – инвестициялар күләме. Уларҙы күберәк йәлеп итеү өҫтөндә иртәнән кискә тиклем эшләйбеҙ, тине республика Башлығы.
– Ғинуар-сентябрҙәге йомғаҡтар буйынса үҫеш 3,6% тәшкил иткән. Дүртенсе кварталдың һәр саҡ үҫеш менән барыуын иҫәпкә алғанда, үҫештең тағы ла юғарыраҡ булырына ышанам. Һәм был һандарҙы ҡарағанда үткән йылдағы күрһәткестең юғары булыуын да иҫәпкә алырға кәрәк. Был бизнес өсөн шарттарҙы яҡшыртыуға йүнәлтелгән берлектәге тырышлығыбыҙҙың эшләүен күрһәтә. Шуның өсөн барыһына ла рәхмәт, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Твиттер.