Иҡтисад
30 Декабрь 2021, 17:15

“Алға” алға әйҙәй

Наил Ғәббәсов: "Һәр ваҡыт яңы резиденттар эҙләү тәңгәлендә эш алып барабыҙ".

“Алға” алға әйҙәй“Алға” алға әйҙәй
“Алға” алға әйҙәй

Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы “Алға” сәнәғәт-етештереүҙең айырым иҡтисади зонаһының идарасы кампанияһы һанала. Әйткәндәй, ул бер йыл эсендә биш яңы резидент йәлеп иткән, дөйөм инвестиция күләме 14 миллиард һум тәшкил иткән, өҫтәүенә 325 яңы эш урыны асылған.

"Беҙ һәр ваҡыт яңы резиденттар эҙләү тәңгәлендә эш алып барабыҙ, – тип һөйләй Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов. – Был йәһәттән корпорацияның хеҙмәткәрҙәре осрашыуҙар ойоштора, инвесторҙарҙы “Алға” махсус сәнәғәт зонаһы майҙансығы менән таныштырыу өсөн ситкә сыға. Бөгөн “Алға” зонаһының ун компанияһы бар, дөйөм инвестиция күләме – 23 миллиард һум, яҡынса 1 678 яңы эш урыны асыу күҙ уңында тотола".

Шул иғтибарға лайыҡ, 2021 йылдың декабрендә “Алға” зонаһы биләмәһендә ике компания эш башланы, “ЗуР” һәм “Аркада” компаниялары - шуға асыҡ миҫал. Уларҙың эшенә стартты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бирҙе.

“Аркада” компанияһы “Алға” зонаһы биләмәһендә тегеү буйынса предприятие асты, ә “ЗуР” компанияһы яҡтыртыу тәңгәлендә эшмәкәрлеген көйләгән.

Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов әйтеүенсә, киләсәктә етештереүҙе кәметмәү һәм “Алға” зонаһына яңы проекттар йәлеп итеү эш планына ингән.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.   

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас