

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов 2021 йылда республикала агросәнәғәт комплексын һәм урман хужалығын үҫтереүҙең яҡынса һөҙөмтәләре һәм 2022 йылға бурыстар менән таныштырҙы.
Яҡынса баһа буйынса, 2021 йылда тулайым ауыл хужалығы продукцияһы күләме 170 миллиард һум тәшкил итә. 10 айҙа аграрийҙар 153 миллиард һумлыҡ ауыл хужалығы продукцияһы етештергән, йәғни уҙған йылдың ошо уҡ осорондағы кимәлгә ҡарата – 83,1 процент. Шул иҫәптән үҫемлекселек буйынса – 63,6 миллиард һум (69,6%), малсылыҡ буйынса – 89,4 миллиард һум (96,7%).
Вице-премьер билдәләүенсә, быйылғы ҡатмарлы һауа шарттары төбәктә мул уңыш алырға ҡамасауланы.
– Аграрийҙар 2,2 миллион тоннанан ашыу иген йыйып алды, йәғни былтырғы һөҙөмтәнән ике тапҡырға аҙыраҡ тиерлек. Шәкәр сөгөлдөрөнөң уңышы – 966,6 мең тонна, майлы культураларҙыҡы – 408,9 мең тонна. Был республикалағы эске ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү өсөн етерлек. Шул уҡ ваҡытта игендең тауар сифаты былтырғыға ҡарағанда байтаҡҡа юғары, – тине Илшат Фәзрахманов.
Министр шулай уҡ һөт малсылығында дүрт проекттың тамамланыуын телгә алды. Улар киләсәктә өҫтәмә рәүештә 12,3 мең тонна һөт етештереү мөмкинлеген бирәсәк. Әле республикала 125 миллиард һумлыҡ 70 өҫтөнлөклө инвестиция проекты әүҙем тормошҡа ашырыла. Бөгөн уларға яҡынса 7,6 миллиард һум йүнәлтелгән. 1626 яңы эш урыны булдырылған.
2021 йылға республиканың өҫтөнлөклө проекттары исемлегенә 26,9 миллиард һумлыҡ 26 яңы проект индерелгән.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=54331
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=54331