Иҡтисад
30 Декабрь 2021, 17:45

Эште күпкә ябайлаштырасаҡ

Башҡортостандың ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеге буйынса дәүләт мәғлүмәт системаһы эш башланы.  

Эште күпкә ябайлаштырасаҡЭште күпкә ябайлаштырасаҡ
Эште күпкә ябайлаштырасаҡ

Башҡортостан Республикаһында дәүләт власы, урындағы үҙидара органдары тарафынан ҡала төҙөлөшө өлкәһендә дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү ваҡытын ябайлаштырыуға йүнәлтелгән электрон форматта Башҡортостандың ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеге буйынса дәүләт мәғлүмәт системаһын ғәмәлгә индереү буйынса эштәр тамамланған.

Системаны сафҡа индереү Республика ҡала төҙөлөшө үҙәге тарафынан быйыл декабрь башында башланды.

"2019 йылдан алып Башҡортостандың ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса дәүләт мәғлүмәт системаһын булдырыу эшен эҙмә-эҙлекле алып барабыҙ. Әлеге ваҡытта был система республиканың бөтә муниципаль берәмектәре биләмәләрендә уңышлы эшләй. Статистик мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү ваҡытын 25 процентҡа ҡыҫҡартыуға өлгәштек. Мәҫәлән, быға тиклем яуапты 14 көн көтөргә кәрәк булһа, хәҙер был ваҡыт бер аҙнаға ҡыҫҡарҙы. Киләсәктә система төҙөүсе-инвесторҙар проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса күп кенә бурыстарҙы хәл итеүҙе күпкә ябайлаштырыр тип ышанам", — тине Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

Башҡортостандың ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеге буйынса дәүләт мәғлүмәт системаһына биш хеҙмәт күсерелгән: ер участкалары буйынса ҡала төҙөлөшө планын әҙерләү, объекттарҙы төҙөүгә һәм файҙаланыуға тапшырыуға рөхсәт биреү, айырым торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендә белдереүҙәр тупланған. Системаны индереү буйынса оператор булып торған Республика ҡала төҙөлөшө үҙәге шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең мәғлүмәт базаларын тултырыу буйынса эш алып барҙы.

Фото һәм мәғлүмәт Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас