

Мәләүез индустриаль колледжында “Икмәк бешереү”, “Мода технологияһы”, “Хеҙмәтте һаҡлау” компетенциялары буйынса өс оҫтахана асылды.
Оҫтаханалар Worldskills стандарттары буйынса ҡорамалландырылған һәм Башҡортостанда үткән “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) – 2021» 1Х милли чемпионат мираҫы булып һанала.
Оҫтаханаларҙы асыу тантанаһында Мәләүез районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, колледж директоры Зөфәр Ғималетдинов һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты. "Инновацион, технологик, иҡтисади үҫеш белгестәргә булған мохтажлыҡтың артыуы менән тығыҙ бәйле. Беҙҙең колледждарҙа шундай белгестәрҙе әҙерләүҙе камиллаштырыу өҫтөндә эш бара. Һәр кеше ниндәй ҙә булһа һәләткә эйә. Ошо һәләтте асыу - беҙҙең төп бурысыбыҙ. Республикабыҙға юғары профилле белгестәр кәрәк. Эш биреүселәр менән бәйләнеште нығытыу маҡсатында бар шарттарҙы булдырабыҙ", - тине Башҡортостан мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
"Мәләүездең еңел һәм эшкәртеү сәнәғәтенә йәш, энергиялы белгестәр кәрәк. Ҡала-райондың берҙәм эшмәкәрлек итеүе арҡаһында Мәләүез иҡтисадына ныҡлы нигеҙ һалынған. Ҡалала икмәкханалар, кафе, ресторандар, ашханалар күп, “Клен”, “Пивзавод” кеүек йәмғиәттәр уңышлы эшләгән икмәкханалары менән билдәле.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ тармағында тегеү производствоһы үҫешкән. “Ликом”, “Эколайн” йәмғиәттәре һөҙөмтәле эшмәкәрлек итә. Оҫтаханалар һөнәри кадрҙар әҙерләүгә, белгестәргә квалификацияларын үҫтереүгә мөмкинлек бирәсәк", - тине район башлығы.
“Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) VII төбәк чемпионатында Мәләүез индустриаль колледжынан өс уҡыусы ҡатнаша. Уларҙың береһе “Ауыл хужалығы машиналарын эксплуатациялау” компетенцияһына - алтын, икенсеһе “Икмәк бешереү” компетенцияһында бронза яулай. Был уңыштар уҡыу йортоноң дөрөҫ йүнәлештә үҫеүен дәлилләй.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?EL..