Иҡтисад
30 Декабрь 2021, 14:00

Сүп-сар туҙып ятмаһын

Ошо темаға ҡағылышлы мөрәжәғәттәр Республикаға идара итеү үҙәгенә көн һайын тиерлек килә.

Сүп-сар туҙып ятмаһынСүп-сар туҙып ятмаһын
Сүп-сар туҙып ятмаһын

Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын ваҡытында сығарыу, контейнерҙар янындағы тәртипһеҙлек, сүп-сарҙы теләһә ҡайҙа ташлау һәм башҡа ошо темаға ҡағылышлы мәсьәләләр Республикаға идара итеү үҙәгенә көн һайын тиерлек килә.

Был мәсьәлә республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән кәңәшмәлә лә күтәрелде.

Проблеманы аныҡлабыраҡ баһалағанда, контейнер майҙансыҡтары ваҡытында таҙартылһын өсөн "бер ҡул менән" хеҙмәтләндереү механизмы булырға тейеш. Бының өсөн республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы муниципаль контракт проектын булдырған. Уға ярашлы, башҡарыусы сүп-сар йыя торған урындарҙы таҙа тоторға, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын ваҡытында сығарырға тейеш.

Был маҡсатта республика ҡаҙнаһына 2022 йылға 418,7 миллион һум һалынған.

Яҙлы-көҙлө контейнерҙарҙы ботаҡтар һәм үлән менән тултыралар. Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы был проблеманы хәл итеүҙең төрлө юлдарын эҙләй. Һөҙөмтәлә муниципалитеттарға айырым участкалар һайларға, унда үҫемлек, төҙөлөш ҡалдыҡтары өсөн айырым бункерҙар ҡуйырға тәҡдим ителгән.

Ошо йәһәттән Бөрө, Шишмә райондары тәжрибәһе уңышлы. Улар ботаҡтарҙы тапсыҡҡа тиклем тураусы эленмәле шредер һатып алған.

2022 йылда республикала сүп-сарҙы сорттарға айырыусы дүрт комплекс һатып алырға ниәтләйҙәр, унан тыш, “БИОФЛЕКС” заводы сафҡа индереләсәк.

Башҡортостанда киләһе йылда 530 санкцияланмаған сүп-сар йыйыу урыны бөтөрөләсәк. Әйтергә кәрәк, 2019 йылдан төбәктә ошондай 1915  полигон юҡҡа сығарылған.

Йәмғеһе Башҡортостанда 22 430 контейнерлы майҙансыҡ ойошторолған, 55 185 контейнер ҡуйылған. Республикалағы халыҡтың 99 проценты сүп-сар сығарыу йәһәтенән хеҙмәтләндерелә.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас