Иҡтисад
30 Декабрь 2021, 18:30

Йәлеп итеү генә аҙ...

Башҡортостандың 70-тән ашыу инвестиция проекты бюджет һөҙөмтәлелеге буйынса ыңғай баһаланды.

Йәлеп итеү генә аҙ...Йәлеп итеү генә аҙ...
Йәлеп итеү генә аҙ...

Башҡортостандың 70-тән ашыу инвестиция проекты бюджет һөҙөмтәлелеге буйынса ыңғай баһаланды.

Республиканың Финанс министрлығы тарафынан Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын ҡарау, булышлыҡ итеү һәм мониторинг сиктәрендә төбәк бюджетынан аҡса иҫәбенә дәүләт ярҙамын алыуға дәғүә иткән инвестиция проекттарының бюджет һөҙөмтәлелен баһалау даими үткәрелә.

"Төбәккә яңы инвестицияларҙы йәлеп итеү, һис һүҙһеҙ, бик мөһим мәсьәлә. Әммә күп иғтибарҙы был йәлеп ителгән аҡсаның максималь һөҙөмтәлелегенә лә, шул иҫәптән дәүләт финансы йәһәтенән дә – барлыҡ тормошҡа ашырылған проекттар ярашлы һалым түләүҙәре менән дә ҡапланыуына иғтибар итергә кәрәк. Шулай итеп, һуңғы бер нисә йылда юл буйы хеҙмәтләндереүе үҫешә, 2021 йылда Финанс министрлығы тарафынан был өлкәлә 21 проект ҡаралғайны", - тип белдерҙе Башҡортостандың финанс министры Лира Иғтисамова

2021 йылда 83,5 миллиард һумдан ашыу күләмдәге капиталь һалыуҙарҙы һәм 6,5 мең эш урынын күҙаллаған 76 проектҡа баһалау үткәрелгән.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас