

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров байрам көндәрендә лә эшен дауам итәсәге тураһында алдан уҡ белдергәйне. Бөгөн ул социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә бизнес-шәрифтәрҙең эште нисек алып барыуы, эшҡыуарҙарға ниндәй ярҙам күрһәтелеүе хаҡында фекерҙәрен белдерҙе һәм бер нисә миҫал килтерҙе.
"Стәрлебаш бауырһағы" 2021 йылда "Беҙҙең бренд. Халыҡтың таныуы" республика конкурсына беренсе урынға лайыҡ булды. Халҡыбыҙҙың яратҡан милли ризыҡтарының береһе Стәрлебаш районының ике предприятиеһында етештерелә. Йәшергән ауылында Хәлил Солтанов һәм Стәрлебашта Лилиә Буранғоловалар 30-ҙан ашыу төрҙәге кондитер ризыҡтары әҙерләй. Хәлил Хәбибрахман улы былтыр декабрҙә 60 мең һум күләмендәге грантҡа лайыҡ булды. Был аҡсаға йүнсел хужа эшҡыуарлыҡ йүнәлештәрен киңәйтергә уйлай.
Эшҡыуарҙар шулай уҡ ауыл тормошондағы барлыҡ социаль проекттарҙа әүҙем ҡатнаша, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Бизнес-шәриф Айнур Юнысов Стәрлебаш эшҡыуарҙарына бар яҡлап ярҙам күрһәтә.
2020 йылдың аҙағында Элина Яҡупова, Кушнаренко районында үткән "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә ҡатнашып, яңы тыуған сабыйҙар өсөн кейем тегеү ательеһын асыу проекты менән бизнес-шәриф Марат Латиповҡа мөрәжәғәт итә. Былтыр ул, район хакимиәтенән күрһәтелгән 300 мең һумлыҡ грант ярҙамына үҙенең аҡсаһын өҫтәп, "Дарина" исемле ателье асыуға өлгәшә. Ателье Кушнаренкола ҡайтанан асылған Compliment коворкинг-үҙәгендә урынлашҡан, көнөнә 200 дана кейем тегелә.
Ә бына Учалы районында берҙән-бер пантлы ванна ҡабул итеү комплексы эшләй. Ул маралдар (боландар) йәшәгән урында урынлашҡан. 2018 йылда "КАПИТАЛ С" ауыл хужалығы артеле" кооперативы республиканың иң өҫтөнлөклө инвестпроекттары исемлегенә инде. Инвестиция күләме 167 млн. һум тәшкил итте.
Былтыр декабрь айында бизнес-шәриф Әсхәт Әсәҙуллин күсмә "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" ойошторҙо. Кәңәшмәнең темаһы ҡышҡы миҙгелдә эшләү мәсьәләләренә, “Марал ере” (“Мараловое поместье”) күңел асыу-һауыҡтырыу комплексындағы ҡунаҡхана бүлмәләренең икенсе сиратын сафҡа индереүгә арналды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: investrb.ru порталындағы кәрәкле мәғлүмәттәрҙән файҙаланыу өсөн Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталы аша яҙылырға кәрәк. Беҙ Башҡортостанда эшҡыуарлыҡ тармағы артабан үҫешһен өсөн лайыҡлы шарттар тыуҙырасаҡбыҙ, мөмкинлектән сығып, барыһына ла ярҙам итәсәкбеҙ. Барығыҙға ла уңыштар теләйем!".
Фотолар: Радий Хәбировтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.