

Йылайыр ауылы биләмәһенең Урғаҙа ерендәге ике шәхси хужалыҡта малдың төйөрлө дерматит менән ауырыуы асыҡланған. Әле Башҡортостан Республикаһының Ветеринария идаралығы был сирҙең артабан таралыуына юл ҡуймау сараларын күрә.
Бөтә ветеринария саралары тейешле инструкцияға ярашлы ойошторола: сир барлыҡҡа килгән урынға инеү сикләнгән, һау-сәләмәт малға вакцина яһала, ауырыған малды асыҡлау өсөн даими мониторинг үткәрелә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йоғошло төйөрлө дерматит ауырыуы күптән түгел Беренсе Төркмән ауылында теркәлгәйне. Ул ваҡытта был сир күп шәхси хужалыҡтарҙа таралды, ошо арҡала барлыҡ мал юҡ ителде. Күрше ауылдарҙа вакцинация үткәрелде.
Урғаҙала иһә ауырыу киң таралмаған, шунлыҡтан унда һәм күрше ауылдарҙа малға прививка яһала.
Карантин шарттары буйынса сир барлыҡҡа килгән урында түбәндәгеләр тыйыла:
* малды күсереү;
* сит кешеләрҙең шәхси хужалыҡтарға инеүе;
* малды һуйыу һәм малсылыҡ продукцияһы һатыу;
* дезинфекция үтмәйенсә автотранспорттың инеүе.
Мал хужалары ауырыу тойолған осраҡта кисекмәҫтән ветеринарға хәбәр итергә, сирле малды айырым ҡуйырға, мал аҙығы һатып алғанда ветеринария хеҙмәте менән кәңәшләшергә, миҙгелле осорҙа мал көтөүҙе ойошторорға, барлыҡ малды иҫәпкә алырға кәрәк.
Ошо талаптарҙы мотлаҡ үтәү мөһим. Был һеҙҙе бәлә-ҡазанан аралар. Шуны онотмайыҡ!
Фото һәм сығанаҡ: Азамат Мөхәмәтшин.