

Республиканың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә заманса элеватор төҙөү проектын индерҙеләр. Яңы объект Стәрлетамаҡ районында барлыҡҡа киләсәк, тип хәбәр итте республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
–Инвестиция проектын тормошҡа ашырыу барышында 50 мең тоннаға иҫәпләнгән элеватор комплексы төҙөү ҡарала. Иген һәм майлы культураларҙы ҡабул итеү, таҙартыу, киптереү һәм һаҡлау– бында күрһәтеләсәк төп хеҙмәт төрҙәре. Проекттың хаҡы 774,4 миллион һум тәшкил итәсәк.Өҫтәүенә райондың илле кешеһе эш менән тәьмин ителәсәк,– тине Рөстәм Моратов.
Проекттың инвесторы – “Перспектива” идарасы компания”яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте филиалы. Ул ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдарына субсидия алыуға, ойошмалар милегенә һалым буйынса льготаға, капиталь төҙөлөш объекттарын үҙгәртеп ҡороу һәм яңыртыу буйынса сығымдарҙың бер өлөшөн ҡайтарыуға иҫәп тота.
Фото:Башҡортостан Хөкүмәте сайты.