

2021 йылдың һөҙөмтәләре буйынса, Башҡортостандың ауыл хужалығы етештереүселәре, 15,5 миллиард һумдан ашыу суммаға 640 ташламалы кредит алған, шуның 443-сө (12,8 миллиард һум) ҡыҫҡа сроклы кредит, ә бүтәндәре – инвестицион кредиттар.
– Бөгөн республикабыҙҙың аграрийҙары өсөн ташламалы кредитлауҙың федераль программаһы буйынса финанс ресурстарын йәлеп итеү мөмкинлегенә эйә булыуы бик мөһим, – тип һөйләй Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республикабыҙҙың ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов. – Шуныһы, уның процент ставкаһы бер проценттан биш процентҡа хәтлем тәшкил итә. Ғөмүмән, иҡтисад буйынса инфляция 8,5 процент тәшкил иткәндә, ауыл хужалығы етештереүселәре өсөн тәҡдим ителгән шарттар ныҡ ылыҡтырғыс.
Агросәнәғәт комплексы ойошмалары кредитты түбән процент ставкаһы менән алыуы – үҙенсәлекле, ә компенсация өсөн уға субсидиялар дәүләттән туранан-тура банктарға йүнәлтелә.
Республикабыҙҙың аграрийҙары өсөн, ауыл хужалығы техникаһын кредитҡа алыуға бындай программаға ихтыяж ҙур. Уның буйынса 2021 йылда 169 кредит (2,3 миллиард һум) тапшырылған.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.