

Бөгөн, 5 ғинуарҙа, үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2022 йылда муниципалитеттарҙың ихтыяжы өсөн өҫтәмә коммуналь техника һатып алыу мәсьәләһен күтәрҙе. Төбәк Финанс министрлығы был маҡсатҡа кәрәкле средстволар ҡарарға, ә республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы 10 ғинуарҙа тейешле юл картаһын тапшырырға тейеш.
Ҡар таҙартыу буйынса ағымдағы хәлгә килгәндә, Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Николай Ельников, барлыҡ коммуналь хеҙмәттәр көсәйтелгән режимда эшләй, тип хәбәр итте. Был эшкә 1370 берәмек техника, 1837 кеше йәлеп ителгән. Шуның менән бергә Өфөлә барлыҡ юлдар ҙа норматив хәлгә килтерелмәгән: ҡайһы бер урамдарҙа кәлейә барлыҡҡа килгән, уң һыҙаттарҙа ҡар тороп ҡала, тыҡрыҡтарҙа һәм тротуарҙарҙа асфальтта боҙ таҙартылмаған.
Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская билдәләүенсә, “Инцидент менеджмент” системаһы йәйәүлеләр өсөн тротуарҙарҙың ҡарҙан таҙартылмауына ҡағылышлы мөрәжәғәттәрҙе күпләп теркәй. Унан да бигерәк, ҡайһы берҙә уларға коммуналь техника үткәндән һуң таҙартылмаған ҡар өйөмдәренән барып етеүе ҡыйын.
- Беҙҙең бурыс – хәл-торошҡа бәйле һығымталар яһау һәм проблемаларҙы хәл итеү, - тине Радий Хәбиров. - Быға өҫтәмә техника һатып алыу ҙа ярҙам итергә тейеш. Өфөгә тротуарҙарҙы һәм йәмәғәт биләмәләрен йыйыштырыу өсөн махсус машиналар етмәүен беләм. Уны ла аласаҡбыҙ.
Республика етәксеһе шулай уҡ 7 ғинуарға Христос Раштыуаһы хөрмәтенә ғибәҙәт ҡылыу өсөн православие ҡорамдарына һәм сиркәүҙәренә барған юлдарҙы ҡарҙан таҙартырға ҡушты.
Кәңәшмәлә шулай уҡ 2021/22 йылдың көҙгө-ҡышҡы осоронда Өфө торлаҡ-коммуналь хужалығының хеҙмәтенә ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса оператив штабтың эше тикшерелде.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Марат Ғәйфуллин хәбәр итеүенсә, йылылыҡ менән бәйле хәлде контролдә тотоу буйынса тәүлек әйләнәһенә эшләгән колл-үҙәк көн һайын 30-ға яҡын мөрәжәғәт ҡабул итә (уның телефоны: (347) 277-09-11). Ғәҙәттә, халыҡ фатирҙағы температураны көйләүҙе, иҫәп приборҙарын тикшереүҙе һорай.
Радий Хәбиров 10 ғинуарҙа Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Өфөлә йылытыу миҙгеленең нисек үтеүе тураһында отчет, шулай уҡ баш ҡалала ҡар таҙартыу эштәренә бәйле хәл тураһында мәғлүмәт еткерергә ҡушты.
Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Руслан Ғарипов төбәктә автомобиль юлдарының торошо яҡшы булыуы хаҡында һөйләне. Трассалар көн һайын ҡарҙан таҙартыла, боҙлауыҡҡа ҡаршы саралар менән эшкәртелә. Көслө ҡар яуғанда республиканың Транспорт министрлығы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы менән берлектә водителдәрҙе ҡатмарлы һауа шарттары хаҡында иҫкәртә, юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итә.
- Һеҙ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы менән бәйләнештә эшләп, водителдәрҙе иҫкәртергә өйрәндегеҙ. Был алымды дауам итергә кәрәк, - тине Радий Хәбиров. - Әммә ҡайһы бер проблемалар ҙа бар. Бер яҡтан, юл-транспорт фажиғәләре кәмей, әммә аварияларҙың ауырлығы арта. Әгәр төбәк юлдары буйынса хәлде яҡшырта алабыҙ икән, федераль трассалар буйынса әлегә мөмкин түгел. Шуға күрә 2022 йылға беҙҙең өсөн төп бурыс – юлдарҙа үлем осраҡтарын кәметеү.
Кәңәшмәлә шулай уҡ Яңы йыл байрамдары осоронда йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә бәйле әҙерлек мәсьәләһе лә ҡаралды. Төбәк етәксеһе муниципалитет башлыҡтарына хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә хәлде контролдә тоторға ҡушты.
Фото һәм текст сығанағы: glavarb.ru