Иҡтисад
5 Ғинуар 2022, 07:00

Һынауҙар беҙҙе сыныҡтыра ғына

Нисек кенә булмаһын, ҡоролоҡ аграр тармаҡҡа ҡыйынлыҡтар килтерһә лә, юғалтыуҙар артыҡ ҙур булманы.

Һынауҙар беҙҙе сыныҡтыра ғынаҺынауҙар беҙҙе сыныҡтыра ғына
Һынауҙар беҙҙе сыныҡтыра ғына

Иҡтисадсылар билдәләүенсә, 2021 йыл һуңғы бер тиҫтә йыл арауығында иң ҡатмарлыһы булған. Пандемиянан тыш, ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәрҙе ҡоролоҡ та сыҙамлыҡҡа һынаны. Ҡоролоҡ һөҙөмтәһе бөтә донъя иҡтисадына йоғонто яһаны һәм күпселек илдәргә аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге тураһында ныҡлап уйланырға һәм артабан был йәһәттән саралар күреүҙең көнүҙәклеген тағы бер иҫбатланы. Ҡыш яҡынлашҡан һайын аҙыҡ-түлеккә хаҡ артыуын халыҡ үҙ кеҫәһендә һиҙеп өлгөрҙө.

Башҡортостанда иһә, аграр тармаҡ республиканы үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү мәсьәләһенә күптән ныҡлап тотонғас, пандемияның беренсе йылында ла магазин кәштәләре бушап ҡалманы. Киреһенсә, райондарҙа шәхси эшҡыуарҙарҙың эшен йәнләндереүгә күп көс һалынды.

- Ауыл эшсәндәренең быйылғы фиҙакәр хеҙмәтен һуғыш йылдарындағы тыл хеҙмәткәрҙәренең батырлығына тиңләр инем. Беҙҙең тармаҡ яҙҙан климатҡа хас шарттар әсирлегенә эләкте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡарарына ярашлы, ҡоролоҡҡа бәйле 54 районда һәм бер ҡалала ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде. Ҡоролоҡ арҡаһында 593 мең гектар майҙанда сәсеүлек, шул иҫәптән 264,7 мең гектарҙа мал аҙығы культуралары ҡороно, - тип билдәләне үҙ сығышында республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Нисек кенә булмаһын, ҡоролоҡ аграр тармаҡҡа ҡыйынлыҡтар килтерһә лә, юғалтыуҙар артыҡ ҙур булманы:

  • Республика буйынса һәр шартлы малға 22,1 центнер мал аҙығы тупланды.
  • Һәр һыйырҙан 5237 килограмм һөт һауып алынды.
  • 25 мең баш һыйыр малы аҫрау мөмкинлегенә эйә булған 29 фидлот йылды уңышлы япты, тағы дүрт проект буйынса эш тамамланыу өҫтөндә.
  • Аграр тармаҡта 125 миллиард һумлыҡ 70 өҫтөнлөклө инвестиция проекты ғәмәлгә ашырыла. Былтыр 7,2 миллиард һум аҡса һалынған. 1626 яңы эш урыны булдырылған.
  • Техника һатып алыу буйынса һандар ҡыуандыра: 430 трактор, 205 берәмек ашлыҡ һәм 48 берәмек мал аҙығы әҙерләү комбайны, 800 һөргөс һәм башҡа ҡоролмалар һатып алынған.
  • Йыл башынан 77 крәҫтиән (фермер) хужалығы һәм 33 ауыл хужалығы кооперативы дәүләт ярҙамы алған.

Әлбиттә, тәбиғәт шарттарына ҡулайлашыу тураһында ла белгестәр әле бәхәстәр алып бара, тәҡдим индерелә. 1998 һәм 2010 йылдарҙағы ҡоролоҡтан һуң республика аграрийҙары бындай тәбиғәт һынауҙарын ҙур юғалтыуҙар менән үткәреп ебәргәйне. Ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән хужалыҡтарҙың яртыһы тиерлек бөлгөнлөккә төштө ул йылдарҙа. Быйыл был һан 15 процент тәшкил итер тип билдәләй белгестәр.

Нәсих Хәлисов коллажы.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас