

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә ҡайһы бер пландары менән бүлеште:
“М-5 юлы буйынса пландарыбыҙ хаҡында әйтеп үткем килә, сөнки ошо мәсьәлә халыҡты ныҡ борсоғанлығы мәғлүм. Был - төп трассаларҙың береһе, уны барыһы ла белә. Ҡайһы бер урындарҙа уны үтеүе бик ауыр. Шулай итеп, беҙ нимә эшләнек һәм ниндәй мәсьәләләр алда тора – ошо хаҡта әйтмәксемен.
Һул яҡ. Языково ауылынан Октябрьский ҡалаһына тиклемге ара. Бындағы хәлде аңлау бар. Благовар районының Мирный ауылынан Бүздәк районының Иҫке Бағаҙы ауылына тиклем һәм Серафимовканан Татарстан менән сиккә тиклемге ара (“күк участкалар”) - 2024 йылға тиклем башҡарыласаҡ эштәр планында. Бында дүртәр юл һыҙаты буласаҡ, урыны-урыны менән алтауға тиклем.
Ике участка ҡыҙыл төҫ менән билдәләнгән. Һүҙ Иҫке Бағаҙынан Ҡандраға һәм Ҡандракүлдән Серафимовкаға тиклемге ара хаҡында бара. Бында ла мәсьәләне хәл итеү юлы бар. 2022 йылда улар буйынса беҙ проект эштәрен тамамлаясаҡбыҙ. Эштәр 2023 йылда башланасаҡ һәм 2026 йылға тиклем дауам итәсәк.
Күк төҫ менән билдәләнгән тағы бер участка - Шмидт ауылынан Шаҡша киҫелешенә тиклем - эш стадияһында. Бындағы эштәр 2024 йылға тамамланырға тейеш.
Шулай итеп, 2026 йылға тиклем Шаҡша киҫелешенән Татарстан сигенә тиклем һул яҡтан дүртешәр һыҙат буласаҡ. Был авариялар һаны кәмеүенә килтерәсәк, ә әлеге ваҡытта, икешәр генә һыҙат булған урындарҙа, юл хәрәкәтен көйләү бик ҡатмарлы.
Уң яҡ. Бында хәл ҡатмарлыраҡ. Беҙ Шаҡша киҫелешенән Балтика аулына тиклем проект эшләнек, был – ярайһы уҡ ҙур ғына участка. Эштәр 2022 йылда башланырға тейеш.
Балтика ауылынан Силәбе өлкәһе менән сиккә тиклем арауыҡҡа проект эшләнмәгән, һүҙ 39 километр ара хаҡында бара.
Әлеге ваҡытта Рәсәйҙең Траспорт министрлығы, Росавтодор менән һөйләшеүҙәр алып барыла, 2022-2023 йылдарҙа ошо участканы артабан реконструкциялау буйынса проект эшләү күҙаллана.
Беҙҙең планда - 2030 йылға М5 трассаһын 4-6 һыҙатлы итеү”, - тип хәбәр итә республика еткәсеһе Радий Хәбиров.
Фото: t-l.ru