Иҡтисад
7 Ғинуар 2022, 16:30

Үҫеш корпорацияһында - эшкә йомғаҡ

Бизнес-шерифтарҙың хеҙмәт һөҙөмтәһе ниндәй?

Үҫеш корпорацияһында - эшкә йомғаҡҮҫеш корпорацияһында - эшкә йомғаҡ
Үҫеш корпорацияһында - эшкә йомғаҡ

Үҫеш нөктәләрен билдәләр, инвестиция мөмкинлектәрен баһалар, райондарҙағы инвестиция майҙансыҡтары тураһында актуаль мәғлүмәт алыр өсөн республиканың Үҫеш корпорацияһы үткән йылдың июнендә урындарҙағы бизнес-шерифтар менән онлайн-кәңәшмәләр үткәреү фекерен еткергәйне. Башланғысты Хөкүмәт етәксеһе Андрей Назаров хупланы.

Кәңәшмәләр барышында ҡатнашыусылар инвесторҙарҙы йәлеп итерлек йүнәлештәр, уларҙы үҫтереү буйынса фекер алышты.

"Бизнес-шерифтар менән алып барылған эш республикаға инвесторҙар йәлеп итергә ярҙам итә. Һөҙөмтәләр бар, - ти корпорация етәксеһе Наил Ғәббәсов. - Мәҫәлән, әле Тәтешле районында юғары технологиялы кирбес заводы төҙөү проекты өҫтөндә эшләйбеҙ".

Наил Ғәббәсов бөгөнгә тиклем 60 бизнес-шериф менән 20 осрашыу үткәргән. Һәр береһенән һуң бизнес-тәҡдимдәр эшләнә, улар Башҡортостандың инвестиция порталында һәм Үҫеш корпорацияһы сайтында урынлаштырыла.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=54405

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас