Иҡтисад
9 Ғинуар 2022, 04:30

"Алға" ҙур танылыу ала

"Өс йыл ғына эшләй, ләкин ун йыл элегерәк булдырылған иҡтисади зоналар өсөн етди көнәркәш булып тора”, – тине Андрей Шпиленко.

"Алға" ҙур танылыу ала"Алға" ҙур танылыу ала
"Алға" ҙур танылыу ала

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров былтыр төҙөлгән “Алға” иҡтисади зонаһының эшенә ҙур баһа бирҙе. Ул Рәсәйҙә, V Милли рейтинг мәғлүмәттәре буйынса, бик йылдам үҫешкән зона булараҡ танылған.

Ошо рейтинг мәғлүмәттәре ТАСС агентлығында үткән матбуғат конференцияһында иғлан ителде. Унда Радий Хәбиров ниндәй механизмдар һәм инструменттар ярҙамында “Алға”ның шулай тиҙ үҫешенә өлгәшеүҙәре тураһында һөйләне.

Радий Фәрит улы әйтеүенсә, Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа инвестициялар йәлеп итеү өсөн бик күп эшләнгән. Был хеҙмәт төрлө кимәлдә – республикала ла, муниципаль райондарҙа ла алып барылған.

“Һәр аҙна "Инвестиция сәғәте" уҙғарам. Уның көн тәртибендә барлығы 390 проект ҡаралған. Был эшкә муниципаль райондарҙы ла йәлеп итәбеҙ. Төбәктәр үҙ сиратында "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" уҙғара, бизнес-шериф вазифаһы булдырылды. Уларҙың төп бурысы йүнселдәргә ярҙам күрһәтеү һәм инвестициялар йәлеп итеү”, - тине республика етәксеһе.  

“Алға” иҡтисади зонаһы, белеүебеҙсә, Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары биләмәләрендә урынлашҡан. Рейтингты билдәләгән исемлеккә алты блок буйынса 30 күрһәткес ингән. Бында республиканың инвестиция йәлеп итеү йәһәтенән уңай булыуы, эшҡыуарҙарға шарттар тыуҙырылыуы, инфраструктура менән тәьминиәт, ер ресурстары, капиталь төҙөлөш обьекттары, инновацион әүҙемлеге һәм башҡалар иҫәпкә алына.

Рәсәйҙең Кластерҙар, технопарктар һәм махсус иҡтисади зоналар ассоциацияһы директоры Андрей Шпиленко әйтеүенсә, рейтинг нигеҙе итеп 30 күрһәткес алынған. Шул иҫәптән – төбәктең инвестиция йәлеп итеү һәләте, эшҡыуарҙар өсөн ошо махсус иҡтисади зоналағы эшмәкәрлек шарттары, инфраструктура менән тәьмин итеү, ер ресурстары, капиталь төҙөлөш объекттары.

“Башҡортостандағы “Алға” махсус иҡтисади зонаһы йыл асышы булып тора – ул иң йылдам үҫешкән майҙансыҡҡа әүерелде. Өс йыл ғына эшләй, ләкин ун йыл элегерәк булдырылған иҡтисади зоналар өсөн етди көнәркәш булып тора”, – тине Андрей Шпиленко.

Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Сергей Галкин билдәләүенсә, рейтингка илдең 21 төбәгенән 27 махсус иҡтисади зона ингән. Ә илдә барлығы ошондай 42 зона бар, 900-ҙән ашыу компания уларҙың резиденттары булып тора. Был зоналар тормошҡа ашырған инвестпроекттарҙың дөйөм күләме – 630 миллиард һум, улар 48 мең яңы эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тота.

“Һис һүҙһеҙ, махсус иҡтисади зона булдырыу тураһындағы ҡарар ҡабул иткәндә беҙ башҡа шундай майҙансыҡтарҙың да тәжрибәһен иҫәпкә алдыҡ, был мәлдә Башҡортостан менән сиктәш төбәктәрҙә ун йылдан ашыу эшләп килгән иҡтисади зоналар бар ине һәм уларҙың тәжрибәһе лә байтаҡ”, – тине Радий Хәбиров.

Ә ни өсөн әлеге урында? Логистика һәм транспорт менән тәьмин ителеш күҙлегенән ҡарағанда, уны ошо өс ҡала – Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай араһында урынлаштырыу маҡсатҡа ярашлы, бында хеҙмәт ресурстары ла етерлек. Эшләргә кадрҙар табыу – ошондай майҙансыҡтар өсөн иң мөһиме.

Республика етәксеһе әйтеүенсә, был йәһәттән республика һәм муниципаль власть органдарының әлеге процесҡа йәлеп ителеүе мөһим. Аҙна һайын республика Хөкүмәтендә үткәрелгән “Инвестиция сәғәте” был осраҡта ҙур ярҙамсы булып тора. Тап шуға күрә лә ойошторолоуына саҡ ике йыл булды тигәндә “Алға”ның ун резиденты бар ине инде. Зонаның әлеге сиктәрендә файҙаланылмай ятҡан 120 гектар ер бар әле, шуға күрә 11 резиденттың дөйөм инвестиция күләме 33 миллиард һум булған проекттары ҡаралыу өҫтөндә.

Фото: basinform.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас