

Яңы йыл башланыр алдынан ғына Башҡортостан Хөкүмәте Президимының 2021 йылдың яҡынса йомғаҡтарына арналған ултырышы уҙҙы, унда былтырғы социаль-иҡтисади үҫеш күрһәткестәре, быйылға бурыстар тикшерелде. Күрһәткестәргә ниндәй баһа бирергә мөмкин, бурыстар ниҙән ғибәрәт?
2021 йылда иҡтисади эшмәкәрлектең күп төрҙәре буйынса көрсөк тыуҙырған артҡа тәгәрәүҙе туҡтатыу һәм иҡтисадты тотороҡло кимәлгә сығарыу тәү сираттағы бурыстар булып торҙо. Республика етәкселегенең тырышлығы һөҙөмтәһендә йыл аҙағына күпселек макроиҡтисади күрһәткестәр ыңғай динамикаға күсте.
Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенең яҡынса йомғаҡтары күрһәтеүенсә, 2021 йылда республиканың хәле алдағы йылдар менән сағыштырғанда байтаҡҡа яҡшырған. Төбәктең тулайым продукты күләме өс процентҡа артып, ике триллион һумға яҡынлашҡан, ә 2024 йылға был күрһәткесте 2,5 триллион һумға еткереү күҙаллана. Күп предприятиеларҙың финанс күрһәткестәре тергеҙелгән, ә ҡайһы берҙәренеке пандемияға тиклемге 2019 йылдыҡынан 1,3 тапҡырға юғарыраҡ.
2022 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда йән башына йәшәү минимумы — 11 мең 99 һум, пенсионерҙарға — 10 мең 431 һум, балалар өсөн 10 мең 679 һум күләмендә билдәләнде. Был күләм 2022 йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдә була. Башҡортостанға социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү өсөн федераль бюджеттан өҫтәмә рәүештә 632 миллион һум йүнәлтелде.
2021 йылдың 1 октябренә ҡарата республикала пенсияның уртаса күләме яҡынса 15 354 һум тәшкил иткән, былтыр иһә 14 535 һум булған.
Ковидҡа ҡаршы көрәш, үлем кимәлен кәметеү, һаулыҡ һаҡлау системаһына ярҙам итеү, хеҙмәт хаҡын арттырыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары булдырыу, иҡтисад инфраструктураһын киңәйтеү: кластерҙар, технопарктар, инвестиция эшмәкәрлеге буйынса инструментарийҙарҙы күтәреү, фәнде үҫтереү, шул иҫәптән ошо тармаҡҡа аҡса һалыу, 2022 йылда Өфөнөң 450 йыллығына объекттар төҙөй башлау, һанлаштырыу... “Ошо һәм башҡа бурыстар киләһе йылда республика өсөн өҫтөнлөклө булырға тейеш”, – тип белдерҙе республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә.
Коронавирус инфекцияһы менән көрәш тураһында һөйләгәндә ул: "Беҙ уяу булырға, һәр үҙгәрештәргә иғтибар итергә тейешбеҙ, – тип билдәләне. – Төп бурыс — үлем осраҡтарын кәметеү, һуңғы ике йылда был күрһәткес арта бара". Һаулыҡ һаҡлау системаһын артабан заманса яңыртыу был мәсьәләне хәл итеү юлдарының береһе булып тора.
Республика Хөкүмәтенә эш хаҡын күтәреү мәсьәләһе менән шөғөлләнергә, ауыр хәлдә ҡалған предприятиеларға ярҙам итергә ҡушылды. Бынан тыш, кластерҙарҙы үҫтереүгә, технопарктар ойоштороуға, республикаға инвесторҙар йәлеп итеү өсөн яңы инструменттар булдырыуға һәм башҡа мәсьәләләргә етди иғтибар бүлеү мөһим.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың бюджет комитеты ултырышында депутаттар "2022 йылға һәм 2023, 2024 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында"ғы закон проектына төҙәтмәләрҙе ҡараны. Уларҙың күбеһе киләһе йылда фаразланған килем күләменең 17,9 миллиард һумға артыуына бәйле.
"Закон проектын һуңғы тапҡыр ҡарауға әҙерләнгәндә Башҡортостан Башлығы бик күп төҙәтмәләр индерҙе, — тип хәбәр итте Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. — Улар алдағы өс йылға бюджет тураһында федераль закон ҡабул итеү һәм бушлай керемдәрҙең күләмен асыҡлау, шулай уҡ килем сығанаҡтарын, тәү сиратта табышҡа һалымды ҡайтанан ҡарау менән бәйле".
Шулай итеп, быйылға килем — 246,2 миллиард һум, сығым — 267,6 миллиард һум, дефицит 21,4 миллиард һум күләмендә фаразлана. Парламент спикеры, дефицит ҡаплау сығанаҡтары менән тәьмин ителгән, тип билдәләне.
Фото: basinform.ru