Иҡтисад
10 Ғинуар 2022, 13:30

Һанлаштырыу тиҙлеге ҡыуандыра

2021 йылда иң популяр хеҙмәт - табипҡа ҡабул итеүгә яҙылыу, уның буйынса 4,6 миллиондан ашыу ғариза бирелгән. 

Һанлаштырыу тиҙлеге ҡыуандыраҺанлаштырыу тиҙлеге ҡыуандыра
Һанлаштырыу тиҙлеге ҡыуандыра

2021 йылда Башҡортостанда “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында 127,6 мең кеше теркәлгән. Шулай итеп, республикала электрон ресурсты иҫәпкә алыу яҙмаларының дөйөм һаны 1 835 756-ға етте. Был хаҡта бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә төбәк дәүләт идараһының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин хәбәр итте.

"Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр системаһын яңыртыу – министрлыҡ эшенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе, – тине ул. – Бер нисә техник ҡарар индереү һөҙөмтәһендә был йүнәлештә ярайһы уҡ алға киттек – процедураны ябайлаштырҙыҡ һәм хеҙмәттәрҙе электрон форматҡа күсереү ваҡытын ҡыҫҡарттыҡ. Әйтәйек, 2021 йылда Башҡортостан халҡы өсөн “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында 103 яңы электрон хеҙмәт күрһәтелә башланы. Бынан тыш, хеҙмәттәр күрһәтеү сиктәрендә ведомство-ара килешеп эш итеүҙе камиллаштырыуға ҙур иғтибар бирелде".

Геннадий Разумикин белдереүенсә, “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы менән эштә иң ҙур әүҙемлекте республиканың 19 йәштән 46 йәшкә тиклемге кешеләре күрһәтә. Был республикала теркәлгән бөтә иҫәп яҙмаларының 51 проценты. 2021 йылда иң популяр хеҙмәт - табипҡа ҡабул итеүгә яҙылыу, уның буйынса 4,6 миллиондан ашыу ғариза бирелгән. Шулай уҡ коронавирусҡа ҡаршы прививка тураһында сертификат алыу өсөн дә электрон вариант талап ителә.

2022 йылдағы эш пландары хаҡында һөйләп, Геннадий Разумикин министрлыҡтың электрон форматҡа күсереү өсөн тағы 30 хеҙмәт исемлеген төҙөүен билдәләне. Ә 2023 йылда бөтә төп социаль әһәмиәтле хеҙмәттәрҙең 95 проценты электрон төрҙә күрһәтелергә тейеш.

Башҡортостан Башлығы республика Дәүләт идараһының һанлы үҫеш министрлығы коллективына һөҙөмтәле эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Радий Хәбиров Хөкүмәткә министрлыҡ һәм ведомстволарҙың эшмәкәрлеген һанлаштырыу буйынса докладтар графигын әҙерләргә ҡушты. Был мәсьәләләр аҙналыҡ оператив кәңәшмәләрҙә тикшереләсәк.

– Министрлыҡ 2021 йылда һөҙөмтәле эшләне, етди ҡаҙаныштар бар, - тине төбәк етәксеһе. – Быйыл беҙ, халыҡ мәнфәғәттәренән сығып, һанлаштырыу мәсьәләһенә айырыуса иғтибар бүләсәкбеҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас