

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы быйыл автомилекселәрҙең 3,1 миллиард һумлыҡ һалым түләргә тейешлеген иҫәпләп сығарҙы. Был сумма былтырғы менән сағыштырғанда алты процентҡа күберәк.
Транспорт һалымы барлыҡ мөлкәт йыйымдарының (бөтәһе 5,8 миллиард һум) 53 процентын тәшкил итә. Идаралыҡ хәбәр итеүенсә, республикала 956,8 мең кеше автомобиль өсөн һалым түләүсе булып тора, уларҙың ҡулында 1 миллион 224 мең автомашина бар, шуларҙың 1 миллион 91 меңе – еңел автомобилдәр. Былтырғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, транспорт һалымдары буйынса һәр 100 түләүсегә 130 автомобиль тура килә. Был һалымдың уртаса күләме – 2 560 һум.
Башҡортостанда ҡеүәте 100 ат көсөнә тиклемге еңел автомобилдәр иң популяры булып тора, улар – 601,5 мең. Улар араһында иң киң таралғаны “Кia Riо” иҫәпләнә. Ҡеүәте 100 ат көсөнән 150-гә саҡлы булған автомобилдәр беҙҙә 397,9 мең икән, ә 150 ат көсөнән 200-гә тиклемдәре 60,8 мең теркәлгән.
Һыу транспорты сараларына хужа булған өсөн республика буйынса 9,8 миллион һум һалынған, һауа транспорты өсөн һалым 822 мең һум тәшкил итә.
Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә транспорт һалымы күләме төрлөсә. Урындағы власть органдары уны үҙаллы билдәләргә хоҡуҡлы. Был һалымды иҫәпләү методикаһы 2003 йылдан алып үҙгәрешһеҙ килә, әммә уны төбәк кимәлендә төҙәтергә лә мөмкиндәр, шуныһы ла бар: бер ат көсөнә ҡарата иҫәпте урындағы субъект 10 тапҡырҙан да ашыуыраҡҡа арттыра алмай. Иң аҙ транспорт һалымы Кавказ төбәктәрендә, иң ҙурыһы – Себер өлкәләре һәм республикаларында. Ингуш Республикаһында һәр ат көсөнә ҡарата был һалым биш һумдан алып 40 һумға саҡлы алына. Иң ҙур һалым күләме Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһенә, Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһенә тура килә.
Был төр һалым буйынса ташламанан файҙаланған төбәктәр ҙә бар. Мәҫәлән, Ырымбур өлкәһендә автомобиль двигателенең ҡеүәте 100 ат көсөнән дә аҙыраҡ булһа, уның хужаһы һалым түләмәй. Әлбиттә, был ошо хужаның бер автомобиленә генә ҡағыла.
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН