

“Ҡар менән бергә бәрәкәт яуа”, – тип ҡыуана халыҡ. “Баҫыуҙарҙа ҡар күп булһа, мул уңышҡа ышаныс арта”, – тип өмөтләнә крәҫтиән. Әммә ҡапыл яуған ҡар байтаҡ хеҙмәт эйәләре өсөн арыу уҡ мәшәҡәттәр ҙә тыуҙыра. Яңы йылдың тәүге көндәре, айырыуса 7 һәм 8 ғинуар, Башҡортостан халҡын көслө яуған ҡар, боҙлауыҡ һәм буран менән һынап алды.
Һынауҙың иң ауыр өлөшө, әлбиттә, юл-транспорт һәм коммуналь тармаҡ хеҙмәткәрҙәре иңенә төштө. Улар был көндәрҙә тәүлек әйләнәһенә, йәғни тулы әҙерлек режимында эшләүгә күсте. Һауа торошоноң ҡапыл насарайыуы сәбәпле, Өфө – Инйәр – Белорет, Р-240 Өфө – Ырымбур федераль юлының ҡайһы бер участкалары ябылып торҙо. Шулай уҡ юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында баш ҡалабыҙҙа Өфө – Аэропорт, Өфө – Шаҡша – КПМ, Өфө – Жилин, Бөрө тракты һәм Өфө – Затон – КПМ йүнәлештәрендә дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдарында йөк транспорты хәрәкәте билдәле бер ваҡытҡа сикләнде. Райондарҙа ла буран һәм көслө ҡар арҡаһында ҡатмарлы ғына хәл-торош тыуҙы.
Ошондай шарттарҙа коммуналь тармаҡ хеҙмәткәрҙәре бар көстө бергә туплап, тәбиғәт һынауын лайыҡлы еңеп сығыу өсөн ал-ял белмәй тырышты. Был йүнәлештәге эштәр әле лә дауам итә. Мәҫәлән, 7 ғинуарҙан 8-енә ҡараған төндә баш ҡала биләмәләрен ҡарҙан таҙартыуға 186 берәмек техника һәм 70-тән ашыу юл хеҙмәткәре йәлеп ителгән. Бер төн эсендә баш ҡала биләмәләренән өс мең тонна самаһы ҡар сығарылған. Артабанғы көндәрҙә лә эштәр тәүлек әйләнәһенә дауам итте.
Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә (10 ғинуарға ҡарата мәғлүмәттәр буйынса), Башҡортостан биләмәләрендә ҡар таҙартыуға 1900 берәмек техника, ике меңдән ашыу хеҙмәткәр йәлеп ителгән. Бер тәүлектә республика буйынса – дүрт мең, ә баш ҡалабыҙ Өфөлә 7459 тонна ҡар сығарылған. Бынан тыш, 160 мең квадрат метрға тиң майҙан боҙланыуға ҡаршы саралар менән эшкәртелгән.
Алдағы көндәрҙәгесә, йәмәғәт транспорты йөрөгән автомобиль юлдарына айырыуса ҙур иғтибар бирелә, шул уҡ ваҡытта парк һәм скверҙар ҙа ҡарҙан таҙартыла.
Өфө ҡалаһында эшләп килгән “СУРСИС” учреждениеһы башлыса күперҙәрҙең торошон контролдә тотоу менән шөғөлләнә. Был көндәрҙә идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре Өфө янындағы күперҙәрҙе ҡарҙан таҙартыу буйынса тулы әҙерлек режимында эшләй. Мәҫәлән, кисә Ағиҙел аша Дим биҫтәһе йүнәлешендәге күперҙәрҙе таҙартыуға биш берәмек техника йәлеп ителгән ине. Эшселәр миҙгел мәшәҡәттәренең ваҡытлы булыуын аңлап ҡабул итә һәм яуаплы осорҙо лайыҡлы үткәреү өсөн бар тырышлығын һала.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.