Иҡтисад
11 Ғинуар 2022, 13:31

Бензинға хаҡ артырмы?

Быға саҡлы бер йыл самаһы бензин хаҡы инфляция менән ярыша-ярыша барһа, былтыр көҙ унан ҡалыша башланы. Әгәр ҙә артабан шулай дауам итһә, йыл аҙағында ла автомобиль яғыулығы хаҡы инфляция үҫешенән түбән буласаҡ, ти белгестәр. Был ни өсөн шулай һәм оҙаҡ дауам итерме?

Әммә бер шатлыҡлы булмаған хәл дә бар: эксперттарҙың ошо сағыштырыуы автозаправкалау станцияларында  хаҡ­тың яҡын киләсәктә күтәрелмәйәсәген аңлатмай, фәҡәт инфляцияның тағы ла етеҙерәк үҫеренә генә ишаралай. “Российская газета”ла сығыш яһаған бел­гестәр аңлатыуынса, бензиндың ваҡлап һатыу хаҡы ниндәйҙер дәрәжәлә хатта инфляцияны тотҡарлаған шарт булып тора. Тәбиғи, башҡа тауарҙарға хаҡтың артыуы яғыулыҡты “өҫкә” шыуҙыра башлауы ла бик ихтимал.

“Росстат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, август аҙағында бензин хаҡы  йыл башынан алып 6,2 процентҡа артҡан, ә инфляция шул уҡ осорҙа 4,58 процентҡа ғына  үҫкән. 25 октябргә айырма байтаҡҡа ҡыҫҡарған: тәүгеһе – 6,9, икенсеһе – 6,28 процент.

Энергия ресурстарының ҡиммәтлә­неүе – инфляцияны арттырыуға килтер­гән төп шарттарҙың береһе. Әммә кире һөҙөмтә лә бар. “Бензинға берәмләп һа­тыу хаҡтарының артыу тиҙлеге менән инфляция кимәле беҙҙең илдә бер-береһенә бәйле”, – ти “Петромаркет” компанияһының проекттар етәксеһе Анна Лишневецкая. Ләкин, бензин хаҡы ҡулла­ныу тауарҙары хаҡы индексында иҫәпкә алынһа ла, автомобиль яғыулығына ваҡлап һатыу хаҡы баҙарҙа ирекле барлыҡҡа килә алмай – уның үҫешен махсус көйләгес сикләй.

Әммә, инфляция яғыулыҡтың ваҡлап һатыу хаҡтарын уҙып китһә, бензин менән  дизель хаҡының өҫкә табан ҡырҡа күтәрелеп китеүе бик ихтимал, ти эксперттар.  Эйе, улар инфляция тиҙлеген ашып китмәҫ, ләкин был беҙгә еңеллек килтермәйәсәк – яғыулыҡ барыбер ҡиммәтләнә бит.

Күптән түгел “Российская газета” яҙған­са, илдә автомобиль яғыулығы хаҡын өҫкә этәргән бер нисә шарт бар. Берен­сенән, ул – ҡиммәтләнә барған нефть һәм уның продукттары. “Росстат” мәғлү­мәт­тәренә ҡараһаҡ, Рәсәйҙә етештерелгән бензин хаҡының элгәре йыл аҙағынан алып былтыр октябргә саҡлы – 33,3 процентҡа, ә дизель яғыулығының 15,8 процентҡа артыуын күрербеҙ. Былтыр улар шулай уҡ үҫә барған, ләкин аҙыраҡ тиҙлек менән – 19,8 һәм 9,8 процентҡа ғына.

Икенсе шарт – нефть тармағына һалым йөгөнөң арта барыуы. Ул йылдан-йыл ҙурая. Бензинға акциз, мәҫәлән, 2014 йылдан алып ике тапҡырҙан ашыуға үҫте – литрына 4,15 һумдан 10 һумға етте. Шуныһы ла бар: һалымды нефть компаниялары һумдарҙа түләй, ләкин уның буйынса бурысты иҫәпләгәндә сығарылған нефттең хаҡын долларҙа һанайҙар.

Хәйер, шул уҡ Анна Лишневецкая әйтеүенсә, яғыулыҡҡа хаҡ артыуының төп сәбәбе – уларҙы һатыуҙа автозаправкалау станцияларының зыянлы эшләүе. Рәсәй буйынса уртаса алғанда, АИ-92 маркалы бензин менән сауҙа итеү – былтырғы ғинуарҙан, ә АИ-95 маркалыһы менән һатыу итеү былтырғы июндән алып зыян килтерә икән. Дизель яғыулығынан килгән табыш июль тирәһенән алып ноль күрһәткесендә тирбәлә. Октябргә ҡарата яһалған йомғаҡтарҙан күренеүенсә, Рәсәйҙә АИ-92 бензинын ваҡлап һатыуҙа саф маржа кимәле литрына минус 2,1 һум, АИ-95 маркалыһы минус 0,6 һум тәшкил иткән. Дизель яғыулығының йәйге сорты буйынса ошо уҡ күрһәткес минус 0,4 һумға тура килә.

Хәҙер килеп, был шарттарға инфля­цияның да өҫтәлеүе ихтимал. “Петромаркет” белгестәре раҫлауынса,  инфляция бензин хаҡының үҫешен тотҡар­лап тора, әммә был ошо хаҡтың инфляциянан әлегә алдараҡ барыуы арҡаһында ғына шулай ҡала.

Аҙыҡ-түлеккә һәм ҡулланыу тауар­ҙарына хаҡ артҡан осорҙа яғыулыҡтың элеккесә үҙгәрешһеҙ ҡалыуы мөмкин түгел. Бының үҙ шарттары бар: яғыулыҡ­ты етештереү башҡа күп тармаҡтар сылбырына бәйле, ә уны әҙерләүҙә, ташыуҙа һәм һатыуҙа ҡатнашҡан, артабан тейешле эш хаҡы алған кешеләр, башҡалар кеүек үк, кибеткә әлеге аҙыҡ-түлек һәм тауарҙар алырға йөрөй. Тимәк, уларҙың зыянлы эшләгән тармаҡта ҡалыуы эш хаҡын бөгөнгө хаҡтар үҫеше заманында күтәрергә бирмәйәсәк, был иһә  ризаһыҙлыҡ тыуҙырасаҡ һәм тармаҡта кадрҙар мәсьәләһен ҡырҡыулаштырырға ла мөмкин.

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН

Читайте нас