

“Аҙыҡ-түлекккә хаҡтарҙың күтәрелеүе – беҙҙең граждандарҙы иң борсоған проблемаларҙың береһе. Был төбәктә барлыҡҡа килгән иҡтисад структураһы менән дә бәйле. Республикала малсылыҡ һәм үҫемлекселек яҡшы үҫешһә лә, 80 процент аҙыҡ-түлек ситтән индерелә. Атап әйткәндә, сеймалды ситкә һатып, әҙер продукцияны юғары өҫтәмә хаҡ менән кире һатып алабыҙ. Был, әлбиттә, иң һөҙөмтәһеҙ иҡтисад моделдәренең береһе.
Хәлде үҙгәртеү маҡсатында БР Хөкүмәте саралар күрә. Шуларҙың береһе тураһында һөйләмәксемен.
Дүрт йыл элек республикала ауыл хужалығы кооперативтарын үҫтереү программаһы старт алғайны. 200-гә яҡын кооператив барлыҡҡа килде. Һуңынан пандемия арҡаһында программаны туҡтатып торорға мәжбүр булдыҡ.
Хәҙер иҡтисадыбыҙ яйлап аяҡҡа баҫа. Һәм беҙ проектты ла тергеҙәбеҙ, тик ул, өҫтә аталған проблеманы иҫәпкә алып, бер аҙ үҙгәртеләсәк.
Быға тиклем гранттар иген, ит, һөт етештергән кооперативтар булдырыу өсөн бирелә ине, хәҙер беҙ үҙе етештергән продукцияһын беренсел эшкәртеү менән булһа ла шөғөлләнгән предприятиеларҙы ғына финанслаясаҡбыҙ. Бынан тыш, грант аҡсаһын өс миллиондан алып 14 миллионға тиклем арттырҙыҡ, шулай уҡ фермерҙарҙың ҡорамал һатып алыуға киткән сығымдарының 40 процентын да ҡаплаясаҡбыҙ.
Ағымдағы йылдан бәләкәй аграр бизнес вәкилдәре һәм кооперативтарға берләшеүселәр ауыл туризмын үҫтереүгә гранттар аласаҡ. Был - федераль кимәлдәге программа. Ул йүнәлеш күп илдәрҙә популярлыҡ яулай. Беҙгә лә уны үҫтерергә кәрәк. Фермерҙар туристарҙы ҡабул итеп, экскурсияларҙан һәм үҙ продукцияларын һатыуҙан өҫтәмә килем алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Программа һөҙөмтәле тормошҡа ашһын өсөн, уға әҙерлекте былтыр уҡ башланыҡ. РФ Ауыл хужалығы министрлығы беҙҙең өс проектты хупланы ла инде. Уларҙың береһе - Әбйәлил районында. Туристар бында һыбай йөрөп, ҡымыҙ, иппотерапия дауаһы аласаҡ. Икенсеһе – Күгәрсен районында. Бында туристар солоҡсолоҡ менән танышасаҡ, һыбай, йәйәү йөрөүҙәр ойоштороласаҡ, эко-магазин да буласаҡ. Өсөнсө проект Туймазыла, балыҡсылыҡ хужалығында, тормошҡа ашырыласаҡ. Ял итеүселәр балыҡ ҡармаҡлаясаҡ, һыбай, велосипедта йөрөүҙәр ҙә ойоштороласаҡ.
Йәнә дүрт проект ҡаралыу өҫтөндә. Бөгөн мин һеҙгә ауыл хужалығы өлкәһендә эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлектең бер өлөшө тураһында ғына һөйләнем.
Барығыҙға ла сәләмәтлек теләйем” – тип яҙҙы "Фейсбук"та БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.