Иҡтисад
11 Ғинуар 2022, 13:29

Был эш һәр саҡ тәүәккәллеккә бәйле

Башҡортостан иҡтисадына инвестиция йүнәлтеү арта бара.

“Аҡсаны ғына түгел, ә белемеңде, идеяларҙы, бөтә ваҡытыңды ла инвестицияларға була. Әммә һәр осраҡта ла инвестиция – тәүәккәллек ул. Был ғәмәлдән ҡасырға ынтылһағыҙ, бер ҡасан да ҙур уңышҡа өлгәшмәйәсәкһегеҙ”, – тигән Рәсәйҙең билдәле банкиры һәм финансист Дмитрий Брейтенбихер.   Хәҙерге ҡатмарлы заманда Башҡортостанда иҡтисад өлкәһенә инвестиция йәлеп итеүҙе нисек баһаларға була, алға ынтылышыбыҙҙың нигеҙе булған был эшмәкәрлек нисек үҙгәрә бара?

  

Тәүҙә һүрәткә төшөрәләр

 

– Инвестиция йәлеп итеү буйынса эшмәкәрлек республика Хөкүмәте өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора, – тине күптән түгелге кәңәшмәләрҙең бере­һендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. – Билдә­ләнгән күләмгә өлгәшеү өсөн комплекслы ысулдарҙы ҡулланырға, буласаҡ инвесторҙар менән тармаҡ принциптары буйынса эш итергә, йәғни һәр тәғәйен министрлыҡ һәм ведомство бында туранан-тура ҡатнашырға тейеш.  Шулай уҡ инвесторҙарға булышлыҡ итеү өсөн барлыҡ заманса эш итеү мөмкинлектәре тупланһын.

Беренсе вице-премьер билдәлә­үенсә, республиканың инвестиция проекттарын хеҙмәтләндергән норматив-хоҡуҡ базаһын да ҡулайлаштырыу талап ителә, был иһә инвесторҙар өсөн беҙҙең төбәк биләмәһендә үҙ маҡсаттарына өлгәшеүҙе уңайлыраҡ итәсәк һәм тиҙләтәсәк. Тәбиғи, бындай шарттарҙа ла эш урындары һәм хеҙмәт хаҡы буйынса барлыҡ социаль күрһәткестәрҙең үтәлеүе мөһим.

Әле Башҡортостанда бөтә инвестиция майҙансыҡтарын һанлы нигеҙгә күсереү бара. Тулы әйләнештә (йәғни 360 градуста)  биләмәләрҙең панорама һүрәте төшөрөлә. Бында, әлбиттә, инвесторҙарҙы йәлеп итергә мөмкин булған майҙансыҡтар ғына һайлап алына. Бөгөнгә республиканың инвестиция порталында 412 майҙансыҡтың паспорттары ҡуйылған да инде.

“Башҡортостан Республикаһын үҫтереү корпорацияһы” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Наил Ғәббәсов былтырғы тәүге туғыҙ ай йомғаҡтарына таянып хәбәр итеүенсә, Корпорация дөйөм инвестиция күләме 120,6 миллиард һум булған йөҙгә яҡын проектты эшкәртеүгә алған. Дүртенсе кварталда инвестиция күләме 2,5 миллиард һум булған тағы ете проект ҡабул ителер тип планлаштырылған. Төбәктә яңы үҫеш нөктәләрен асыҡлау маҡсатында бизнес-шәрифтәр менән әүҙем эш алып барыла.

Был эшмәкәрлектә Әҙер ҡарарҙар кибете тип аталған йүнәлеш тә бар. Әлеге мәлдә уға 43 кейс һалырға йыйыналар. “Быға саҡлы әҙерләнгән 18 кейс инвест-порталға оҙатылды ла инде”, – ти Наил Ғәббәсов. Әҙер ҡарар­ҙар кибете барлыҡ кимәлдәге власть органдарының эшҡыуарҙарға уларҙың ихтыяжына ярашлы тәҡдимдәр әҙер­ләп биреү йүнәлешендәге маҡсатлы эшмәкәрлектә берләшеүен күҙ уңында тота.

– Әлеге осорҙа Стратегик эшлән­мә­ләр үҙәге ошо Әҙер ҡарарҙар кибе­тенең платформаһын булдырыу һәм уны тултырыу менән мәшғүл, – ти “Баш­ҡортос­тандың стратегик эшлән­мәләр үҙәге” коммерцияға ҡарамаған акционерҙар йәмғиәтенең етәксеһе Рөстәм Дәүләтов. – Был проект нигеҙендә 100-ҙән ашыу буласаҡ инвестиция проекттары буйынса технология һәм коммерция һорауҙары әҙерләнде.

Улар өҫтөнлөктән файҙалана

 

Һуңғы осорҙағы иң ҙур инвестиция проекттары түбәндәгеләр:

– “Кориб” компанияһы Благовар районында ауыл хужалығы һәм коммуналь техниканы хеҙмәтләндереү буйынса сервис үҙәге проектын тәҡдим итә. Унда йөк автомобилдәрен дә ре­монтлая­саҡтар. Инвестор әле буш торған ангарҙарҙы ҡайтанан йыһаз­ландырыуға һәм яңы ҡорамалдар һатып алыуға 115 миллион һум тотонасаҡ, үҙәктә 30 эш урыны булдырыу күҙаллана. Проект өҫтөнлөклө статус алды һәм һалым ташламалары менән файҙаланыласаҡ.

– “Мобильные ТелеСистемы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең республика филиалы Өфө районында мәғлүмәт­тәрҙе эшкәртеү буйынса  EDGE-үҙәк төҙөү проекты тәҡдиме менән сыҡты. Рәсәйҙең башҡа төбәк­тәрендә төҙөлгән ошондай үҙәктәр кеүек үк, бында ла предприятиелар һәм ойошмалар өсөн бик ҙур күләмдәге мәғлүмәттәр эшкәртелеп торасаҡ. Объект киләһе йылда төҙөлә башлаясаҡ, дөйөм хаҡы – 800 миллион һум.

Был проект та өҫтөнлөклө статус алды һәм һалым ташламалары менән файҙаланасаҡ. Уның инженерлыҡ инфраструктураһы төҙөү өсөн сығымдарын да республика ҡаплай.

– “Башдизель” компанияһы Өфө районында автотрактор техникаһын һәм башҡа ҡорамалдарҙы сертификатлау өсөн лаборатория төҙөргә тәҡдим итә. Яңы машиналарҙы хәүеф­һеҙ файҙа­ланыу өсөн тәүҙә техник талаптарға яуап биреү-бирмәүен тик­шерергә кәрәк. Башҡортостанда ундай мөмкинлек юҡ, шуға күрә предприя­тиеларға әлегә Мәскәүгә йәки Түбәнге Новго­родҡа мөрәжәғәт итергә тура килә.

– “Зауралье Агро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Әбйәлил, Баймаҡ, Учалы һәм Хәйбулла райондарында йоғонтоло һуғарыу форсаты биргән мелиорация системалары ла өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индерелде. Инвестор был эшкә 3,6 миллиард һум тотоноуҙы планлаштыра. Мелиорация системаһы 10 мең гектар майҙанды һуғара аласаҡ һәм республика райондарының 170 кешеһен эш менән тәьмин итә.

– “Табип плюс” йәмғиәте Өфө ҡала­һының Совет районында стоматология клиникаһы төҙөргә тәҡдим итә. Ҡалала ошо компанияның ололар­ға ла, бала­ларға ла медицина хеҙмәте күрһәткән учреждениелары селтәре эшләп килә. Ә был инвестиция проек­ты­ның маҡсаты – баш ҡалабыҙҙың Менделеев урамын­дағы мең квадрат метр майҙанлы ике ҡатлы бинала киң ҡулланылышлы  стоматология, ортодонтия һәм имплантология ҡорамал­дары урынлаштырыу һәм эшкә ҡушыу. Клиника коллективы 50 кешенән торасаҡ. Төҙөлөш һәм ҡорамалдар алыу 520 миллион һумға төшәсәк. Проектҡа һалым ташламалары биреү ҡарала.

– “Туймазыагрогриб” крәҫтиән (фермер) хужалығы” йәмғиәте Туймазы районында иген киптереү һәм бәшмәк, йәшелсә, еләк-емеш төрөп оҙатыу линияһын булдырырға йыйына. Мәғлүмәттәргә ярашлы, был продукция федераль һатыу селтәрендә ҙур һорау менән файҙалана һәм уға ихтыяж арта бара. Сәсеү майҙандары күбәйеү сәбәпле, хужалыҡ эшкәртеү ҡеүәттәрен арттырыу мохтажлығы кисерә. Был эшкә 203 миллион һум тотоноп, инвестор иген һаҡлау һәм төрөү келәттәре төҙөүҙе, ҡорамалдар һатып алыуҙы планлаштыра. Яңы шарттарҙа 20 эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Әле был майҙансыҡта инженер коммуникациялары һуҙыу тамамланған һәм төрөү келәте өсөн нигеҙ ҡорола.

Проект өҫтөнлөклө объекттар исем­легенә индерелде һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республи­каның Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына ошо буласаҡ ком­плексҡа табан 1,5 километрлыҡ юлды тейешле хәлгә килтерергә ҡушты.

– “Уральский лес” компанияһы Башҡортостанда ағас әҙерләүҙә дөйөм хаҡы биш миллиард һум булған инвестиция проекттары пакеты әҙерләй. Был эш ошоға саҡлы бөлгөнлөктә булған “Башлеспром” холдингын финанс йәһәтенән һауыҡтырыуҙы һәм етештереү кимәлен ҡабат аяҡҡа баҫтырыуҙы ла күҙ уңында тота. Ошо эштең тәүге проекты Өфө фанера комбинатында етештереү комплексы төҙөү, икенсеһе Нефтекама ҡалаһы округына ингән Әмзә ҡасабаһында  таҡта бысыу предприятиеһы асыу маҡсатын ҡуя. Тәүгеһе – 3,5 миллиард һум, икенсе проект 1,6 миллиард һум инвестиция талап итә. Уларҙың икеһе лә өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә эләкте.

– “Красный Ключ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Нуриман районында эсәр һыу етештереүҙе заманға ярашлы яңыртыу проектын тәҡдим итә. Һүҙ әле эшләгән һәм сәғәтенә ике меңдән ашыу шешәгә һыу ҡойған линияны алмаштырыу тураһында бара, уның урынына сәғәтенә алты меңгә саҡлы шешәне тултыра алырлыҡ ҡорамал ҡуйыласаҡ. Компания технологик ҡорамалдарҙың бер өлөшөн һатып алған да инде. Уны ҡороп ҡуйыу эшен быйылғы йылдың тәүге кварталында тамамларға уйлайҙар. Бынан тыш, компания биш литрҙан алып 19 литрға саҡлым һыйҙырышлы һауыттар етештерә башларға ла уйлай. Инвестицияның дөйөм күләме – 110 миллион һум. Етештереүҙә энергияны һаҡсыл файҙаланыуға өлгәшеү өсөн ҡояш батареяларын урынлаштырырға ниәтләйҙәр. Республика Хөкүмәтендәге “Инвестсәғәт”тә был проект та өҫтөнлөклө исемлеккә эләкте, һатып алынған ҡорамалдар хаҡының бер өлөшөн дәүләт ҡаплаясаҡ.

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН

Читайте нас