

Нуриман районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитеттың төп аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиеларында булды һәм етештереүҙе артабан яңыртыу, ассортиментты киңәйтеү мөмкинлеген тикшерҙе.
Ҡыҙылъяр ауылы янында “Люкс” компанияһы 2019 йылда алкоголле һәм алкоголһеҙ эсемлектәр етештереү буйынса комбинатты файҙаланыуға тапшырған. Производствоға йүнәлтелгән инвестиция күләме – 180 миллион һумдан ашыу.
– Һыуҙың яҡшы сифаты тап ошо урынды һайлауға сәбәпсе булды, – тине “Люкс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Евгений Лутков. – Һыу барыһын да хәл итә. Беҙ уны әҙерләмәйенсә тиерлек эшләйбеҙ, сөнки бында ул төрлө эсемлектәр етештереү өсөн яраҡлы.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кеүәҫ, лимонад һәм башҡа алкоголһеҙ һәм аҙ алкоголле эсемлектәр сығарыу цехтарын ҡарап сыҡты, продукцияға ихтыяж менән ҡыҙыҡһынды. Евгений Лутков әйтеүенсә, компания бөтә эсемлектәрҙе үҙенең ваҡ сауҙа селтәре аша һата, уға бөтә республика буйынса 80-дән ашыу сауҙа нөктәһе инә. Йәмғиәт эсемлектәрҙе ҡойоу өсөн һауытты республика етештереүселәренән һатып ала. Башҡа ҡала һәм райондарҙан килгән белгес-технологтарға уңайлы булһын өсөн компания дөйөм ятаҡ төҙөгән.
Ике йыл элек “Люкс” тағы ла бер инвестиция проектын – фирма магазины менән юл буйы кафеһын төҙөй башлаған. Бында туристар өсөн модулле бәҙрәф тә ҡаралған. Инвестиция күләме 25 миллион һум тәшкил итә. Дөйөм алғанда, компания Нуриман районында 30 эш урыны булдырған.
Радий Хәбиров “Люкс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә юл буйы сервисын үҫтереү буйынса республика программаһында ҡатнашырға тәҡдим итте.
Нуриман районында урынлашҡан “Ҡыҙыл Шишмә” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Ян Терновский ҙа урындағы һыуҙың юғары сифатын билдәләне. Предприятие – Башҡортостанда шешәләргә тултырылған эсәр һыуҙы һәм алкоголһеҙ эсемлектәрҙе күпләп етештереүселәрҙең береһе. Ул Рәсәйҙә иң ҙур эсәр һыу сығанағы – Ҡыҙыл Шишмә һыуын файҙалана икән. Компания 50 төрҙәге продукция сығара. Сменаһына иң юғары етештереүсәнлек – 156 мең шешә эсемлек.
Башҡортостан Башлығы һыу әҙерләү, ҡойоу, елләтеү һәм төрөү цехтарын ҡарап сыҡты. Ян Терновский билдәләүенсә, предприятиела һыу сифатын контролдә тотоуға ҙур иғтибар бирелә, өҫтәүенә анализ өсөн өлгөләрҙе скважиналарҙан да, ҡойоу линияһынан да алалар. Бында үҙҙәренең тара етештереү урыны ла бар. “Ҡыҙыл Шишмә” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә йәмғеһе 83 кеше эшләй. Предприятиеның генераль директоры шулай уҡ производствоны яңыртыу буйынса пландар тураһында һөйләне.
Етештереү эшмәкәрлегенән тыш, “Ҡыҙыл Шишмә” компанияһы бағыусылыҡ һәм хәйриәлек менән шөғөлләнә. Мәҫәлән, 2019 йылда предприятие Ҡыҙыл Шишмә эргәһендәге паркты төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнашҡан, ошо маҡсатҡа 15 миллион һум самаһы аҡса йүнәлткән. “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” дәүләт программаһы нигеҙендә Нуриман районы паркты яңыртыуға йәнә 5,7 миллион һум бүлгән.
Төҙөкләндереү барышында шишмә ярын нығытҡандар, бәләкәй сиркәү һалғандар, һыу инеү урынын йыһазландырғандар, спорт һәм балалар өсөн уйын майҙансыҡтары асҡандар, брусчатка түшәгәндәр. Башҡортостан Башлығының күрһәтмәһе буйынса уникаль шишмә биләмәһенә илткән 1,3 километрлыҡ автомобиль юлы төҙөкләндерелгән. Һөҙөмтәлә парк Рәсәйҙән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән туристарҙы йәлеп итеү урынына әүерелгән. Улар бында донъялағы иң ҙур эсәр һыу сығанаҡтарының береһен күрергә килә.
Парк биләмәһендә экскурсия үҙәге эшләй. Урындағы оҫталарҙың кафеһы һәм сувенирҙар кибете лә бар. Визит-үҙәктә рәссамдарҙың күргәҙмәләре, лекциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторола, ә паркта байрамдар, фестивалдәр, халыҡтың күңел асыу саралары үткәрелә. Радий Хәбиров биләмәне төҙөкләндереү сифатын баһаланы, ошо урындың тарихы менән ҡыҙыҡһынды. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, Ҡыҙыл Шишмәлә бик яҡшы парк булдырылған. Ул бында йышыраҡ килергә вәғәҙә бирҙе.
– Нуриман районы бик матур. Кешеләр эшләй, барыһы ла һәйбәт, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Һәр райондың иҡтисади өҫтөнлөктәре бар. Был муниципалитетта ҡатмарлы сәнәғәт производстволары булмауы яҡлымын. Асылда, ул ҙур рекреация зонаһын тәшкил итә. Бында тейешле бизнесты үҫтерергә, ҡунаҡханалар асырға кәрәк. Хатта бөтә республиканы һәм Рәсәйҙе сифатлы эсәр һыу менән тәьмин иткән предприятие – “Ҡыҙыл Шишмә” лә бар бында. Шуға күрә бөтә биләмәләрҙе лә бер ҡалыпҡа һалырға ярамай. Был райондың яҙмышы башҡа.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/149303.html
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/149303.html