

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән ултырышта предприятиеларҙың продукцияһын халыҡ-ара электрон сауҙа майҙансыҡтарында (маркетплейс) урынлаштырыу буйынса ярҙам саралары тикшерелде.
Андрей Назаров республика етештереүселәрен маркетплейстарҙа алға ебәреү буйынса эш Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса алып барылыуын иҫкә төшөрҙө. Хәҙер электрон сауҙа майҙансыҡтары һатыуҙарҙың иң тиҙ үҫешкән онлайн-каналы булып тора, тине ул.
- Былтыр Рәсәй эшҡыуарҙарының 89 процентҡа тиклеме маркетплейстарҙа үҙенең сауҙа әйләнешен арттырҙы, ә компанияларҙың һатыу интернет-магазины аша 55 процентҡа ғына үҫте. Беҙҙең экспортҡа булышлыҡ итеү инфраструктураһы илдә иң яҡшыларҙың береһе һанала.
Беҙ эшҡыуарҙарға республикала булдырылған экспортҡа ярҙам институттары аша халыҡ-ара маркетплейстарға сығыуҙа булышлыҡ итәбеҙ. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы һәм Республика экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге йүнәлеше буйынса етди саралар уҙғарыла, - тип билдәләне Премьер-министр.
Башҡортостан Республикаһы тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрының беренсе урынбаҫары Лена Изотова хәбәр итеүенсә, 2020 йылда майҙансыҡтар географияһы туғыҙ маркетплейсҡа тиклем киңәйтелде. 2021 йылда республика экспортсылары өсөн 15 сит ил маркетплейсына сығыу мөмкинлеге булдырылды.
- 2021 йылда Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге министрлыҡ менән берлектә 214 компанияны электрон майҙансыҡтарға сығарҙы. Өс йыл эсендә 39 меңдән ашыу тауар позицияһы урынлаштырылған. 2019-2021 йылдарҙа маркетплейстарҙа бөтәһе 328 уникаль компания урынлаштырылған, - тип һөйләне Лена Изотова.
Төп ярҙам саралары араһында Лена Изотова республика бюджетынан маркетплейстар өсөн компанияның һанлы паспортын рәсмиләштереүҙе финанслауҙы атаны, Башҡортостандың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына электрон майҙансыҡтарға сығырға ярҙам итеү өсөн бюджеттан аҡса бүленгән берҙән-бер төбәк булыуын билдәләне.
Бынан тыш, республика предприятиелары өсөн Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәгенә бүленгән федераль аҡса иҫәбенә аккаунттар һатып алына. 2021 йылда 249 аккаунтта республика компанияларының продукцияһы урынлаштырылған. Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге, “Рәсәй экспорт үҙәге” акционерҙар йәмғиәте һәм республиканың Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам фонды ғәмәлгә ашырған пилот проекты сиктәрендә бушлай 25 аккаунт булдырылған.
Белешмә өсөн:
2020 һәм 2021 йылдарҙа халыҡ-ара сауҙа майҙансыҡтарында 321 үҙенсәлекле компания, 15 маркетплейста 39 меңдән ашыу тауар урынлаштырылған. Ике төбәк витринаһы барлыҡҡа килгән: классик һәм хәләл.
Быйыл Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ-ара маркетплейстарҙа экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге ҡатнашлығында урынлаштырылған компанияларҙы һатыу географияһы донъяның 50 иленә тиң булған. Ярҙамсы экспорт күләме 16,1 миллион доллар тәшкил иткән.
Сығанаҡ һәм фото: pravitelstvorb.ru