

Хәҙерге ҡатмарлы заманда ла етештереү өлкәһендә алға барған предприятиелар байтаҡ. Шуларҙың береһе – “Ишембай трикотажы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.
Был коллективтың етештереү күләме 2020 йыл йомғаҡтары буйынса 126 миллион һум тәшкил итһә, былтыр ошо күрһәткес 206 миллион һум булыр тип көтөлдө. Ҡорамалдарҙы яңыртыу иҫәбенә бындағы етештереүҙе 2020 йылға саҡлы 251 миллион һумға торошло итергә планлаштыралар.
– “Ишембай трикотажы” оҙаҡ йылдар инде бөтә ғаилә өсөн кейем етештергән төп предприятиеларҙың береһе, – ти Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев. – Ул йыл һайын сеймал, материалдар һәм ҡорамалдар һатып алыуға субсидия биреү конкурсында ҡатнаша, Рәсәйҙең еңел сәнәғәт күргәҙмәләрендә лә йыш була Ишембай оҫталары.
Предприятиены яңыртыу быйыл тамамланырға тейеш, был йәмғеһе 47 миллион һумға төшәсәк. Бынан тыш, буяу һәм бәйләү ҡеүәттәрен урынлаштырырға уйлайҙар. Йәмғиәт 24 миллион һумға 242 берәмек ҡорамал һәм 47 миллион һумға сеймал һатып алған.
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН