

Бөгөн Благовещен районында республика Башлығы Радий Хәбиров өр-яңы перспективалы предприятиеның эшмәкәрлеген асты. “Селена” компаниялар төркөмөнә ингән һәм “Благовещен” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты булған “КВАДРО” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бында сәнәғәттә файҙаланылған изоляция материалдары производствоһын сафҡа индерҙе.
Компания йыл һайын 25 мең тонна тегелгән мат сығарасаҡ. Был утҡа бирешмәй торған рулонлы базальт материал граждан һәм сәнәғәт төҙөлөшөндә йылылыҡты, тауышты изоляциялау, уттан һаҡлау, шулай уҡ юғары температуралы ҡорамалдарҙы һәм ҡатмарлы геометрик формалы ҡорамалдарҙы, үткәргес торбаларҙы һәм һауыттарҙы төрөү өсөн киң файҙаланыла. Продукцияны Рәсәй һәм сит ил яғыулыҡ-энергетика, нефть химияһы комплексы предприятиелары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһы, төҙөлөш компаниялары ҡуллана.
Радий Хәбиров етештереү һәм көнкүреш биналарын ҡарап сыҡты, продукция сығарыуҙы ойоштороу менән танышты, хеҙмәткәрҙәрҙең эш шарттары һәм компанияның артабанғы үҫеш мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһынды. Производствоны эшкә ҡушыу тантанаһында республика етәксеһе “КВАДРО” йәмғиәте етәкселәрен һәм хеҙмәткәрҙәрен, шулай уҡ “Благовещен” резиденттарын иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотланы һәм дәүләт наградалары тапшырҙы.
– Йыл башында яңы предприятиелар асыу – яҡшы йола. Ике йыл элек ошо инвестиция проектын хуплағайныҡ. Ҡыйынлыҡтар күп булды, ләкин беҙ ошо юлды бергә үттек. Һөҙөмтәлә яҡшы, заманса производство барлыҡҡа килде. Шуныһы мөһим: ул әүҙем үҫешкән Благовещендың иҡтисади ҡеүәтен етди көсәйтәсәк. Был – һуңғы йылдарҙа беҙ сафҡа индергән етенсе предприятие. Ә “Благовещен” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе – республикала иң яҡшыларҙың береһе, – тине Радий Хәбиров. – Дөйөм алғанда, беҙ йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенә йәлеп ителгән инвесторҙар һаны буйынса илдә икенсе урынды биләйбеҙ. Улар Башҡортостан биләмәһендә предприятиелар ойоштороуға һәм үҫтереүгә 5,5 миллиард һум аҡса йүнәлтте, 3 600 эш урыны булдырҙы. Хәҙер уларға “КВАДРО”ның 100 хеҙмәткәре лә өҫтәлде. Барығыҙҙы ла ҡотлайым! Изге юлға! Ошондай һоҡланғыс предприятиеларҙы республикабыҙҙа йышыраҡ асырбыҙ, тип ышанам. Шуның өсөн эшләйбеҙ ҙә инде.
“Квадро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Вадим Лешков компания сығарған продукцияның Башҡортостанда тиңе булмауын билдәләне.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/149247.html
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/149247.html