Иҡтисад
13 Ғинуар 2022, 09:00

Алтын сығарыусыларҙы яза көтә

Ойошмаға дөйөм суммаһы — 420 мең һум, ә директорына, етәксе булараҡ, 33 мең һум күләмендә штраф һалына.

Алтын сығарыусыларҙы яза көтәАлтын сығарыусыларҙы яза көтә
Алтын сығарыусыларҙы яза көтә

«Росприроднадзор»ҙың Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы Башҡортостан буйынса ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтары идаралығына «Графский» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте лицензияһын ғәмәлдән сығарыу мәсьәләһен хәл итеү кәрәклеге тураһында хат ебәргән.

Был мөрәжәғәт Баймаҡ районы прокуратураһы һәм «Росприроднадзор»ҙың Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы берлектә үткәргән тикшереү һөҙөмтәләренән һуң барлыҡҡа килә. Тикшереү барышында предприятие эшмәкәрлегендә бихисап хоҡуҡ боҙоу осраҡтары асыҡлана.

«Графский» йәмғиәте Баймаҡ районы биләмәһендә алтын ятҡылыҡтарын эҙләү һәм сығарыуға лицензияға алған. 2021 йылдың сентябрендә Баймаҡ районы прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре күҙәтеү органы менән берлектә компания эшмәкәрлеген тикшерә, һөҙөмтәлә административ хоҡуҡ боҙоу осраҡтары асыҡлана.

«Атап әйткәндә, техник проект булмаһа ла, предприятие ер аҫты һыуҙарын законһыҙ файҙаланыуҙа, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу буйынса тейешле комиссия менән килешелгән проекты булмаһа ла, “Заря” һәм “Западный” участкаларында ер аҫты һыуҙарын ҡулланыуҙа ғәйепләнә. Бынан тыш, «Графское» йәмғиәте Ҡараһаҙ йылғаһын сәнәғәт маҡсаттарында ҡуллана, әммә бының өсөн рөхсәт ҡағыҙҙары булмай.  Компания шулай уҡ ҡалдыҡтарҙы утилләштереү буйынса тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендәге талаптарҙы ла үтәмәй: уларҙы йыһазландырылмаған урында һаҡлай, шулай уҡ күҙәтеүсе органға закон талаптарына ярашлы 2020 йылға мелиорация тураһында отчет бирмәй», — тип аныҡлыҡ индерҙе  «Росприроднадзор»ҙың Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы етәксеһе Роман Болотов.

Бөтә административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫәпкә алып, «Графский» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә — дөйөм суммаһы 420 мең һум тәшкил иткән, йәмғиәттең директоры Олег Заплатинға, етәксе булараҡ,  33 мең һум күләмендә штраф һалына.

Бынан алда “Роспотребнадзор” хеҙмәткәрҙәре «Графский» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан уңдырышлы ҡатламды юҡҡа сығырыу осрағын асыҡлаған ине. Был зыян 406,238 миллион һумға баһаланды. Бындай күп һанлы хоҡуҡ боҙоуҙар лицензияны туҡтатыуға сәбәпсе була ала.

Республика биләмәһендә ер аҫты файҙалы ҡаҙылмалары менән шөғөлләнгән тау-байыҡтырыу компанияларының эшмәкәрлеге бер нисә тапҡыр күҙәтеү органдары һәм республика етәкселегенең иғтибарын йәлеп итте.

2021 йылдың июнендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән был өлкәләге проблемаларҙы хәл итеү һәм ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын ҡулланыу өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы булдырмау мәсьәләләрен хәл итеү буйынса ведомство-ара комиссия булдырылды. Уның составына дәүләт һәм урындағы үҙидара органдары вәкилдәре, федераль башҡарма власть органдарының территориаль идаралыҡтары, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм йәмәғәт ойошмалары инде. Был комиссияны етәкләгән Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов билдәләүенсә, комиссия берҙән-бер талап — экологик ҡануниәтте һәм лицензия шарттарын теүәл үтәү нигеҙендә эшләй.

Әйткәндәй, бөгөн комиссия быға тиклем ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтары менән республикала килеп тыуған хәлде эҙмә-эҙлекле хәл итеү буйынса эшлекле алымдар ҡулланып, байтаҡ “ҡыҙыу нөктә”ләрҙәге хәлде көйләне тип ышаныс менән әйтә алабыҙ. «Муниципаль, республика власының, федераль күҙәтеү органдарының килешеп эш итеүе тейешле һөҙөмтә бирә», — тине Азат Бадранов.

Мәсьәләләрҙең оператив хәл ителеүе лә әлеге фекерҙе раҫлай. Әйтәйек, 2021 йылдың авгусында уҡ комиссия Учалы районында «Альт-Инвест» алтын сығарыу компанияһы эшен туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул итә, сөнки тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен даими рәүештә боҙоу осраҡтары урындағы халыҡтың ризаһыҙлығын тыуҙыра.

Үткән йылдың ноябрендә ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса Ведомство-ара комиссияның сираттағы ултырышы Учалы районының Мулдаш ауылы эргәһендәге алтын сығарыу карьеры менән бәйле хәлде контролгә ала, унда «Ирәмәлбашресурс» компанияһы экологик ҡағиҙәләрҙе боҙоп эшләй, был шулай уҡ урындағы халыҡтың ризаһыҙлығын тыуҙыра.

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Урал аръяғында экологтар штатын арттырҙы. Хәҙер Сибай һәм Учалы ҡалаларында өҫтәмә икешәр белгес эшләй. Тиҙҙән маршейдерҙар ҡайтарыласаҡ, улар ярҙамында райондарҙа тикшереүҙәр һөҙөмтәлерәк үтәсәк.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарған ойошмалар менән халыҡ араһында аңлашып эшләү, социаль-иҡтисади йәһәттән ярҙам күрһәтеү, йәмәғәтселек менән бәйләнештә булыуҙың әһәмиәтен көнүҙәк мәсьәлә тип билдәләй һәм был йәһәттән тәртип булдырыу кәрәклеген йыш ҡабатлай.

Фото: Башҡортостан буйынса "Роспотребнадзор" идаралығы сайтынан.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас