

Бөгөн республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы.
“Беҙҙең өсөн иң көнүҙәк теманы – төбәктәрҙә минераль-сеймал базаны – һайланым һәм һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаштым. Файҙалы ҡаҙылмаларҙы күп табабыҙ – был йолаға әйләнгән махсуслашыу – ә бына геология разведкаһы, ғөмүмән, тармаҡ менән сифатлы идара итеү аҡһай.
Республикала был тармаҡта эшләгән компаниялар эшен көйләргә кәрәк. Әлегә улар күп кенә проблемалар менән осраша – административ кәртәләрҙән хаҡҡа тиклем, шуға һаҡ ҡыланалар. Һөҙөмтәлә – тармаҡ мөмкин тиклемдән күпкә әкрен үҫешә.
Бынан тыш, кадрҙар менән бәйле дефицит та бар. Улар етешмәй. Хәҙер был тармаҡта эшләгәндәрҙең уртаса йәше – 50 йәштән ашыу. Кешеләр хаҡлы ялға китә, ә уларҙың урынына йәш белгестәр аҙ килә, булғандары ла яҡшы уҡ әҙерләнмәгән. Уҡыу йорттары студенттарҙы иҫке ҡорамалдар ярҙамында уҡыта һәм заман предприятиеларындағы хәлде иҫәпкә алмай.
Был тенденцияны эшкә дәүләтте ҡушҡандан һуң ғына буласаҡ. Ул эшҡыуарлыҡтың геология разведкалауына инеүе өсөн уңайлы шарттар булдырырға тейеш. Беҙ күптән түгел “әҙер ҡарарҙар магазины”н эшкә ҡуштыҡ. Уның хаҡта бер мәл һөйләгәйнем. Уның маҡсаты – инвестор өсөн ятҡылыҡтарҙы үҙебеҙ эҙләйбеҙ, уларҙы өйрәнәбеҙ, улар өсөн эшләнгән, документтары булған план әҙерләйбеҙ. Эшҡыуар проектҡа тулыһынса эйә була, ул уға разведкалау, ятҡылыҡтарҙы әҙерләү ваҡытын ике-өс тапҡырға ҡыҫҡарта.
Әле республикала 10-дан күберәк нефть компанияһына булышлыҡ итәбеҙ. Улар миҫалында әлеге системаның эшләнелмәгән урындарын күрәбеҙ. Уларҙы төҙәтеү өсөн ер аҫтын файҙаланыусы хеҙмәткәрҙәрҙе әҙерләү, алдағы ғилми эҙләнеүҙәр өсөн киткән һалымдан азат итергә кәрәк. Шулай уҡ студенттарҙы уҡытыу өсөн көнүҙәк программаны эшләргә, педагогтарҙы ҡайтанан әҙерләргә, уҡыу йорттарына яңы ҡорамалдар һатып алырға кәрәк. Быны тармаҡ предприятиелары менән эшләү яҡшыраҡ тип уйлайым”.
Фото: республика Хөкүмәте Премьер-министры Андей Назаровтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.