Иҡтисад
13 Ғинуар 2022, 16:40

"Республика тарихында бындай күрһәткестең булғаны юҡ ине"

Республика Башлығы Ассоциация ағзаларын Өфөгә саҡырҙы.

"Республика тарихында бындай күрһәткестең булғаны юҡ ине""Республика тарихында бындай күрһәткестең булғаны юҡ ине"
"Республика тарихында бындай күрһәткестең булғаны юҡ ине"

Бөгөн Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең инновациялы төбәктәре ассоциацияһы ағзаларының дөйөм йыйылышында ҡатнашты. Ул XIII “Рәсәй һәм донъя: өҫтөнлөктәр” Гайдар форумы майҙансығында үтте.

Көн тәртибенә ярашлы, Ассоциацияның күҙәтеү советы ағзаһы, Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин, Рәсәйҙең инновациялы төбәктәре ассоциацияһында ҡатнашҡан төбәк башлыҡтары сығыш яһаны. Йыйылышта ойошманың былтырғы эш йомғаҡтары һәм 2022 йылға төп бурыстары тикшерелде. Ассоциация ағзалары Иван Федотовты Рәсәйҙең инновациялы төбәктәре ассоциацияһы директоры итеп бер тауыштан ҡайтанан һайланы. Ул 2016 йылдан ошо вазифаны биләй ине.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллинға берлектәге эш өсөн рәхмәт әйтте һәм былтыр үҙ-ара көйлө ғәмәлдәр һөҙөмтәһендә республикала торлаҡты сафҡа индереү күләме 3 миллион квадрат метр тәшкил итеүен билдәләне.

– Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына ҙур эш өсөн рәхмәт. Ул беҙҙең төҙөлөш комплексында әлегә тиклем күрелмәгән һөҙөмтәләргә өлгәшеү мөмкинлеген бирҙе. Республика тарихында бындай күрһәткестең булғаны юҡ ине, – тине Башҡортостан Башлығы.

Радий Хәбиров Рәсәйҙең инновациялы төбәктәре ассоциацияһы ағзаларын 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығына арналған байрам сараларында ҡатнашырға саҡырҙы.

Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/149381.html

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/149381.html

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас