Иҡтисад
13 Ғинуар 2022, 12:50

Ярҙам күләме – 5,7 миллиард һумдан ашыу

Пандемияға тиклем 5,3 миллиард һум бүленгәйне.

Ярҙам күләме – 5,7 миллиард һумдан ашыуЯрҙам күләме – 5,7 миллиард һумдан ашыу
Ярҙам күләме – 5,7 миллиард һумдан ашыу

2021 йылда ауыл хужалығы етештереүселәренә Башҡортостан Республикаһы бюджетынан 40-тан ашыу йүнәлеш буйынса субсидия бирелде. Ошондай ярҙам күрһәтеүгә бюджетта раҫланған 2,8 миллиард һумға өҫтәп тағы ла 2,9 миллиард һум бүленде, һөҙөмтәлә аграрийҙарға дөйөм субсидия күләме 5,7 миллиард һум тәшкил итте.

– Яҡшы дәүләт ярҙамы һөҙөмтәһендә республика аграрийҙары ҡатмарлы 2021 йылда ла техника, тоҡомло мал, орлоҡ һәм ашламалар һатып алыуҙы әүҙем дауам итте, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

– Күрһәтелгән саралар, һис шикһеҙ, ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген арттырыуға һәм тармаҡҡа инвестиция йәлеп итеүгә булышлыҡ итә, – тине Башҡортостандың финанс министры Лира Иғтисамова.

Субсидия ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары, минераль ашламалар, тоҡомло мал, аҙыҡ һатып алыуға, ауыл хужалығы продукцияһы һатыуға, фермерҙарға һәм ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарына ярҙам итеүгә, агросәнәғәт комплексы объекттарын страховкалауға, кредитлауға, төҙөү һәм яңыртыуға, шулай уҡ ҡоролоҡ һөҙөмтәһендә хужалыҡтарҙың юғалтыуҙарын ҡаплау буйынса сығымды ҡаплауға йүнәлтелде.

Әйткәндәй, пандемияға тиклем 2019 йылда был ярҙам күләме 5,3 миллиард һум тәшкил иткәйне.

Фото: agrarii.com

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас