Иҡтисад
13 Января 2022, 09:45

Юл буйында сервистар төҙөлә

 27 кешегә эш урыны булдырыласаҡ.

Юл буйында сервистар төҙөләЮл буйында сервистар төҙөлә
Юл буйында сервистар төҙөлә

Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса “Башуралремстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә ҡуртымға ер участкаһы биреләсәк. Компания юл буйы сервисы объектын төҙөү буйынса күләмле инвестиция проектын тормошҡа ашыра.

– Бөгөн был урында заманса юл буйы сервисы объектын төҙөү – көнүҙәк, – тип һөйләй Башҡортостан сауҙа һәм хеҙмәттәр күрһәтеү министры Алексей Гусев. – Компания 51 миллион һумлыҡ аҡсаны ошо проект өсөн инвестицияға йүнәлтергә уйлай, 27 кешегә эш урыны булдырыласаҡ.

Үҙ сиратында, Башҡортостан ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына, ҡуртымға алынған участка өсөн, инвестор менән килешеү төҙөргә ҡушылған. Комплекс үҙенең эсенә кафены, ҡунаҡхананы, еңел һәм йөк машиналары өсөн туҡталҡаны, шулай уҡ автомобилдәргә газ тултырыу станцияһын, тәгәрмәстәрҙе йүнәтеү урынын һәм бәләкәй баҙарҙы ала. Объект Иглин районы тирәһендәге “М-5” Урал федераль әһәмиәтендәге автомобиль юлы янында төҙөләсәк.

– Республикабыҙҙың Корпорация үҫеш корпорацияһы инвестиция проектын үҫтереүгә ярҙам итә, уның сиктәрендә, финанс моделе һәм бизнес-план эшләнгән, – тип һөйләй Башҡортостан үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов. – Шулай уҡ ул Башҡортостандағы өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегендә. Ведомство менән инвесторҙың аңлашып эшләүе һөҙөмтәһендә проект ҡыҫҡа ваҡытта тормошҡа ашырыласаҡ.  

Шул иғтибарға лайыҡ, әле Башҡортостан сауҙа һәм хеҙмәттәр күрһәтеү министрлығы өҫтәлендә күләме һигеҙ миллиард һумдан ашыу 64 инвесторҙың ғаризаһы ята.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.  

Автор:Ильдар Акьюлов
Читайте нас