Иҡтисад
13 Ғинуар 2022, 16:20

Зинино ауылы янындағы яңы юл үткәргесе тығындарҙан ҡотҡарасаҡ

Муниципаль килешеү буйынса эште тамамлау ваҡыты — 2023 йылдың өсөнсө кварталы.

Зинино ауылы янындағы яңы юл үткәргесе тығындарҙан ҡотҡарасаҡЗинино ауылы янындағы яңы юл үткәргесе тығындарҙан ҡотҡарасаҡ
Зинино ауылы янындағы яңы юл үткәргесе тығындарҙан ҡотҡарасаҡ

Өфө эргәһендәге Зинино ауылы янында М-5 трассаһында юл һәм транспорт сиселешенән алып Нуғай шоссеһы менән тоташҡан ергә тиклем юл төҙөү дауам итә. Объект "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты сиктәрендә төҙөлә. Төҙөлөш-монтаж эштәре 2021 йылдың июнендә башланды.

30-сы Мостотряд директоры урынбаҫары Евгений Юткин әйтеүенсә, объектта эштәр алдан раҫланған графикка ярашлы тәүлек әйләнәһенә башҡарыла. Яңы эстакада төҙөү өсөн заманса юл техникаһы, шул иҫәптән 260 тонналыҡ ҡеүәтле SANY краны йәлеп ителгән. Әле төҙөлөш объектында 80 кеше һәм 25 берәмек техника эшләй.

"Башкиравтодор" подрядсы ойошмаһы бер үк ваҡытта юл япмаһын төҙөү менән шөғөлләнә.  

— Һауа торошо, әлбиттә, эшебеҙгә үҙгәрештәр индерә. Әммә беҙ эш графигын боҙмайбыҙ һәм объекттарыбыҙ ваҡытында тапшырыла, — ти подрядсы ойошма вәкиле.

Проект документацияһына ярашлы, эстакаданың оҙонлоғо 106,5 метр тәшкил итә һәм өс аралыҡтан тора, дүрт терәүгә таяна. Һәр участкала оҙонлоғо 33 метр булған 12 балка ҡуйыла.

Яңы эстакада ғәмәлдәге тимер юлынан ни бары 200 метр алыҫлыҡта урынлашасаҡ. Ул сафҡа ингәндән һуң тимер юлдар аша үткән әлеге күпер һүтеләсәк. Төҙөлөш 2023 йылдың өсөнсө кварталында тамамланырға тейеш.

Яңы юл үткәүеле төҙөлөшөн тамамланыуҙы Өфө ҡалаһы эргәһендәге Зинино, Нуғай ауылдары, шулай уҡ Аҡбирҙе, Ҡарамалы, Шипово, Блохино, Охлебинино ауылдарында йәшәүселәр түҙемһеҙлек менән көтә. Әле тимер юл аша үтеү ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Иртән һәм кисен автомобилистар кәм тигәндә 50-60 минут ваҡытын тығындарҙа үткәрергә мәжбүр. Был тимер юл үткәүеле аша тәүлегенә уртаса 25 меңдән ашыу автомобиль үтә. Бында күп тапҡырҙар ғәҙәттән тыш хәлдәр теркәлде, үлемесле юл-транспорт ваҡиғалары булды.  

- Яңы транспорт сиселеше үткәреү һәләтен арттырырға һәм, әлбиттә, юл-транспорт ваҡиғалары һанын кәметергә мөмкинлек бирәсәк, — тине Өфө хакимиәтенең төҙөлөш, юлдарҙы ремонтлау һәм яһалма ҡоролмалар төҙөү идаралығының капиталь төҙөлөш бүлеге етәксеһе Иршат Айсыуаҡов.

Эстакаданы һәм оҙонлоғо 1,85 км булған юл участкаһын төҙөү өсөн төҙөлөш зонаһына эләккән селтәрҙәрҙе, "Башкирэнерго" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең, "Өфөнет" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең элемтә кабелдәрен үҙгәртеп ҡороу кәрәк буласаҡ. Бынан тыш, төҙөлөш осоронда Рәсәй тимер юлдарының графигы бер аҙ үҙгәрәсәк.

 

Сығанаҡ һәм фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайты.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас