Иҡтисад
14 Января 2022, 14:30

Эштәр оҙаҡламай тамамлана

Бина төҙөкләндереү эштәре атҡарылыу менән ишектәрен асасаҡ.

Эштәр оҙаҡламай тамамланаЭштәр оҙаҡламай тамамлана
Эштәр оҙаҡламай тамамлана

Нефтекама ҡалаһында республиканың төньяҡ-көнбайыш райондары өсөн мәшғүллек дәүләт бюджет учреждениеһында ошо көндәрҙә төҙөкләндереү эштәрен тамамлағандар.

Финанслау күләме 13,9 миллион һум тәшкил итһә, шуның 13,7 миллион һумы — Башҡортостан ҡаҙнаһынан алынды.

— Башҡортостан Башлығының "2024 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре тураһында" һәм "Демография" милли проектына ярашлы 2024 йылдың аҙағына тиклем республикала бөтә заманса талаптарға яуап биргән биш мәшғүллек үҙәге булдырырға кәрәк, — ти ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Бинаның эске биҙәлеш эштәре тамамланған, инеү төркөмө, видеокүҙәтеү һәм хәүефһеҙлек сигнализацияһы ҡуйылған. Үҙәк директоры Людмила Акулова әйтеүенсә, бинаның фасадын биҙәү, хеҙмәткәрҙәрҙең эш урындарын, граждандар һәм эш биреүселәр өсөн майҙансыҡтар, төркөм менән консультациялар үткәреү бүлмәләрен йыһазландырыу ҡала.

2019 йылдан Башҡортостанда мәшғүллек хеҙмәтенең һөҙөмтәлелеген күтәреү буйынса саралар тормошҡа ашырыла, улар мәшғүллек хеҙмәте органдары эшмәкәрлеген ойоштороуға берҙәм талаптар индереүҙе тәьмин итә.

Реформаларҙың төп маҡсаты — мәшғүллек хеҙмәте эшен барыһы өсөн дә мөмкин тиклем һөҙөмтәле һәм уңайлы итеү.

Модернизациялау һөҙөмтәһендә мәшғүллек үҙәктәре тулыһынса заманса кадрҙар үҙәктәренә: корпоратив үҙаңға, үҙәкте төҙөкләндереүгә, шул иҫәптән мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн уңайлы, балалары менән килеүселәр өсөн мөйөштәр үҙгәртеп ҡороласаҡ.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас