Иҡтисад
14 Января 2022, 17:30

Яңы проекттар ҡаралды

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” форматында тематик кәңәшмәне үткәрҙе.

Яңы проекттар ҡаралдыЯңы проекттар ҡаралды
Яңы проекттар ҡаралды

14 ғинуарҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” форматында тематик кәңәшмәне үткәрҙе. Унда иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө тармаҡтарындағы яңы проекттар ҡаралды.

Иглин районында етештереү ҡеүәте сәғәтенә 200 тонна булған асфальт-бетон заводын төҙөү проекты тураһында “СтройБлокТехнология” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең төҙөлөш буйынса директоры Михаил Золотов һөйләне.

- Проект өҫтөнлөктәренең береһе – уның экологик йәһәттән кәрәклеге. Ул асфальт-бетон ҡушылмаһын эшләгәндә бүленгән углеродтарҙы яндырыуға һәм ташлауға контроль системаһы иҫәбенә еткерелә, - тип аңлатты Павел Баженов.

Хаҡы 500 миллион һум булған завод киләһе йылда эшләй башлаясаҡ һәм республикалағы яҡын-тирә райондарҙы юл япмаһы менән тәьмин итәсәк. Етештереүгә 50 белгес йәлеп ителәсәк.

Һөйләшеүҙәр буйынса инвесторға инженер селтәрҙәрен һалған өсөн киткән сығымдарҙы ҡаплаясаҡтар.

- Юл инфраструктураһын заманлаштырыу - республика үҫешенең өҫтөнлөклө мәсьәләләренең береһе, һәм, һис шикһеҙ, урындағы етештереүҙең сифатлы юл-төҙөлөш материалдары менән ҡыҙыҡһынабыҙ, - тине Радий Хәбиров.

Балтас районында үҫемлекселек үҫеше тураһында “Мичуринский” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төбәк бүлексәһе етәксеһе Рифҡәт Тимерғәлиев һөйләне. Һүҙ фураж игенен етештереү маҡсатында сәсеү майҙандарын күбәйтеү тураһында бара. Уны Яңауыл һәм Балтас райондарындағы сусҡасылыҡ фермаларына комбикорма составында килтерәсәктәр.

Ауыл хужалығы техникаһы, ашламалар һәм иген һаҡлау урындары төҙөлөшө өсөн 240 миллион һум сарыф итмәкселәр.

“Инвестиция сәғәте”ндә ҡатнашыусылар проектты өҫтөнлөклө тип тапты. Булышлыҡ итеү сараһы сифатында ҡоролмаларҙы һатып алыуға киткән сығымдарҙы ҡапламаҡсылар.

Фото: glavarb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас