Иҡтисад
17 Ғинуар 2022, 17:00

“Транспорт сәғәте”: йомғаҡтар һәм бурыстар

Кәңәшмәлә шулай уҡ йәмәғәт транспортында халыҡты ташыуҙы ойоштороу мәсьәләһе тикшерелде.

“Транспорт  сәғәте”: йомғаҡтар һәм бурыстар“Транспорт  сәғәте”: йомғаҡтар һәм бурыстар
“Транспорт сәғәте”: йомғаҡтар һәм бурыстар

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Транспорт сәғәте” тәртибендә тематик кәңәшмә үткәрҙе. Унда тармаҡтың 2021 йылғы эшенә йомғаҡ яһалды һәм киләсәктә уны үҫтереү буйынса бурыстар билдәләнде.

Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев әйтеүенсә, былтыр юлдарҙы тәртиптә тотоуға һәм ремонтлауға 28,5 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Ошо аҡсаға 30 километрлыҡ трасса һалынған һәм төҙөкләндерелгән. Бынан тыш, 1,3 мең километрҙан ашыу, шул иҫәптән биләмәләргә илткән 349 километр юл ремонтланған.

Сафҡа индерелгән иң ҙур объекттар иҫәбендә – Зәки Вәлиди урамында юл үткәргес менән Өфөгә көньяҡтан ингән ерҙә Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер, баш ҡаланың Комсомол һәм 8 Март урамдары, Иглин районында Иглин–Кәлтә һәм Бөрйән районында Иҫке Собханғол–Мораҡ трассалары участкалары.

2022 йылда республиканың юл фонды күләме 29,3 миллиард һум тәшкил итә. Өфөнөң Октябрь районындағы Зинин ҡасабаһында юл үткәргес төҙөүгә, Асҡын районының Асҡын–Көнгәк юлын капиталь ремонтлауға, баш ҡаланың Эшсе хәбәрселәр урамын һәм Ҡариҙел, Дыуан райондарында Бөрө–Таҙтүбә–Һатҡы трассаһын реконструкциялауға байтаҡ аҡса йүнәлтеләсәк.

Бынан тыш, республика Өфөнөң 450 йыллығына транспорт инфраструктураһын яңыртыу өсөн кредит бүлеү өсөн ғариза әҙерләне.

М-12 Мәскәү – Ҡазан юғары тиҙлекле юлының республика участкаһын төҙөй башлау 2022 йылдың мөһим ваҡиғаһы буласаҡ. Мәғлүм булыуынса, был трассаны Рәсәй Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәһенә ярашлы, Екатеринбургҡа тиклем оҙайттылар. Башҡортостан буйлап үткән юлдың дөйөм оҙонлоғо 200 километр самаһы тәшкил итәсәк.

Александр Булушев шулай уҡ төбәктең ҙур концессия проектын тормошҡа ашырыу – Өфөнән М-5 федераль трассаһына көнсығыш яҡлап сығыу юлын һалыу тураһында һөйләне. Уны төҙөүҙә 2413 кеше һәм 350 берәмек техника ҡатнаша. Йыл башына объект 35 процентҡа әҙер  булған. “Транспорт сәғәте”ндә ҡатнашыусылар эште тамамлау графигын, шул иҫәптән көнсығыш сяҡлап ығыу юлын Салауат Юлаев проспекты аша ҡаланың урам селтәре менән тоташтырыуҙы тикшерҙе.

– Эш раҫланған графикка ярашлы йылдам бара. Беҙҙең бурыс – төҙөлөштө кәрәкле ресурстар менән ваҡытында тәьмин итеү, – тине Радий Хәбиров.

Артабан кәңәшмәлә йәмәғәт транспортында халыҡты ташыуҙы ойоштороу мәсьәләһе тикшерелде.

Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Айрат Сабиров республикала тимер юл транспорты эшмәкәрлегенә йомғаҡтар менән таныштырҙы.

Былтыр Башҡортостанда 3,7 миллион пассажир һәм 22,3 миллион тонна йөк ташылған. Шул уҡ ваҡытта тимер юлда пассажирҙар әйләнеше буйынса һуңғы ете йылда иң юғары күрһәткескә өлгәшелгән.

Тармаҡтағы яңы проекттар ҙур һөҙөмтәгә өлгәшергә булышлыҡ иткән. Мәҫәлән, 2021 йылдың апрель башында республика Башлығы Радий Хәбиров Өфө–Күмертау маршруты буйынса “Орлан” экспрессының эшләй башлауын иғлан иткәйне. Ә сентябрҙә маршрутты Ырымбурға тиклем оҙайттылар.

– Былтырғы йомғаҡтар буйынса яңы поезда 88 мең кеше юл йөрөгән. Ә быйыл беҙ 150 мең самаһы пассажирҙы ташырға ниәтләйбеҙ, – тине Айрат Сабиров. – Ғинуарҙың тәүге туғыҙ көнөндә генә 15 мең кеше хеҙмәтләндерелгән.

Уның әйтеүенсә, ғинуар аҙағында Өфө–Приют маршрутында йәнә бер юғары тиҙлекле поезд – Көнбайыш экспресс юлға сыға. Был йүнәлештә йылына 200 мең пассажир ташыу планлаштырыла.

Йәмәғәт транспортының ҡала һәм ҡала яны маршруттарында эшләгән автобус паркын яңыртыу дауам итә. 2021 йылда “Башавтотранс” филиалдары 220 автобус менән тулыландырылды. Шәхси ташыусылар ҙа иҫкергән машиналарҙы заманса техникаға алмаштыра.

Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенең транспорт блогы етәкселегенә рәхмәт әйтте һәм коронавирус пандемияһы шарттарында тармаҡтың әүҙем үҫешен билдәләне.

– Ҡайһы бер сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, төбәктең транспорт системаһы былтыр һөҙөмтәле эшләне. Беҙ яңы поездарҙы сафҡа индереү менән бергә пассажирҙар ташыуҙы ла арттырҙыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Киләһе ике йылда баш ҡаланың 450 йыллығына транспорт инфраструктураһын етди яңыртыу өсөн транспорт инфраструктураһын модернизациялауҙы дауам итеү бик мөһим.

Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/149510.html

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/149510.html

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас