

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ҡулланыусылар кооперацияһы системаһын үҫтереү буйынса пландар тикшерелде.
Башҡортостан республика ҡулланыусылар йәмғиәттәре союзы 127 кооператив ойошманы берләштерә һәм 13 меңдән ашыу пайсы мәнфәғәттәрен яҡлай. Күбеһенсә улар күмәртәләп һәм ваҡлап сауҙа итеү, йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә эшләй, әҙерләү, етештереү, белем биреү эшмәкәрлеге алып бара. Системала 1 200 самаһы объект иҫәпләнә.
Республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев хәбәр итеүенсә, былтыр, 2020 йыл менән сағыштырғанда, Башпотребсоюз тармаҡ күрһәткестәренең өс процентҡа артыуын күрһәткән. Дөйөм туҡланыу әйләнеше һәм күмәртә тауар әйләнеше төп үҫеш драйверҙары булған.
– Башҡортостан ҡулланыусылар союзының артабанғы үҫешен, тәү сиратта, ваҡлап сауҙа итеүҙе үҫтереүҙә күрәбеҙ, уға 600-гә яҡын магазин инә. 2024 йылға магазиндар иҫәбен меңгә тиклем еткереү беҙҙең бурыс булып тора, – тине Алексей Гусев. –Был ғәмәлдәге сауҙа нөктәләрен үҫтереү генә түгел. Магазиндарыбыҙ конкуренцияға һәләтле булһын өсөн берҙәм идара итеү процестары менән бренд булдырыу – төп бурыстарҙың береһе.
Республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы етәксеһе һүҙҙәренсә, яңыртылған селтәр ҙур ритейлерҙар менән ярыша ала.
Алексей Гусев фекеренсә, Башпотребсоюз төбәктә бөтә этаптар менән юғары һөҙөмтәле тауар үткәреүсе сылбырҙар төҙөү өсөн яҡшы мөмкинлектәр бирә. Был 2024 йылға Башҡортостан ҡулланыусылар союзының тауар әйләнешен ике тапҡырға - йылына 12 миллиард һумға тиклем арттырырға, яңы эш урындары булдырырға, аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың барлыҡҡа килеүен күҙалларға, төбәк бюджетына һалым керемдәренең үҫешен тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡулланыусылар кооперацияһын үҫтереүҙә ыңғай алға китеште билдәләне һәм муниципалитеттарҙы ошо йүнәлештә республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы.
– Башҡортостан ҡулланыусылар союзының ҡеүәте ҙур, – тине Радий Хәбиров. – Ниһайәт, Башпотребсоюзды үҫтереү буйынса идара итеү һәм административ ҡарарҙар системаһында тәртип урынлаштырҙыҡ. Әле һөҙөмтәле үҙ-ара эш итеүҙәр бар, ҡулланыусылар союздары үҫешенең синергияһы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.