Иҡтисад
18 Ғинуар 2022, 04:09

Егет кешегә үҙ йорто, үҙ эше булыуы яҡшы

Хөкүмәт ауыл хужалығын үҫтереү йүнәлешендә эш алып барған фермерҙарға һәр яҡлап ярҙам итә. “Ғаилә малсылыҡ фермаһын үҫтереү программаһы” буйынса грантҡа лайыҡ булған Яңауыл уңғаны Руслан Әлимғужин Стәрлетамаҡ районының Калинин исемендәге колхозынан 50 баш “голштин” тоҡомло мал алып ҡайтҡайны, уларҙы барып күрергә булдыҡ. Билде биштән быуып эшләп йөрөгән ағалы-ҡустылы Руслан менән Айрат беҙҙе ихлас ҡаршы алды.

– Ошоға тиклем 180 баш һәүкәш бар ине, көтөүҙе арттырҙыҡ. Алып ҡайтҡандары карантинды үткәрҙе, быҙауламайынса бер ҡайҙа ла сығармайбыҙ, бер айҙан артым көтәбеҙ.

Бесәнде өҫтәмә һатып алырға тура килер. 10 мең центнер силос әҙерләнек. 50 гектар кукуруз сәскәйнек, уға ҡарабойҙай ҡушып сенаж һалдыҡ.

Биналарҙы ағарттыҡ, бер ҡурала поликарбонаттан тәҙрә яңырттыҡ, ватылып та бармай, яҡтылыҡ та инә. Уныһында һауын һыйырҙары торасаҡ. Биргеһенең ҡыйығын ремонтларға ниәтләйбеҙ. Арыраҡ йәйләүгә урын әҙерләнек, эш етерлек әле.

Машина менән һауыу операторҙары Гөлсинә Хәмитова, Сәриә Фәйзуллина, Раушания Мәҡсүтова һауған аҡты шәхси эшҡыуарға тапшырабыҙ. Һөттөң әле аҙ сағы, уртаса һауым – 16 литр, быҙаулай башлаһалар, һөт күләме артыр, тип ниәтләйбеҙ. Быҙауҙарға айырым ҡура бар. Әйткәндәй, тиҙҙән яһалма аталандырыу ысулына күсмәксебеҙ, – тип һөйләне хужалар.

Руслан Әлимғужин фермерлыҡ менән 2018 йылдан алып шөғөлләнә. Ошо йүнәлештә уҡып ҡайтҡан. Ҡустыһы Айрат – һөнәре буйынса ветеринар. Икеһе лә – тракторсы, водитель, техниканың бөтә категорияһы буйынса белемдәре бар.

Хужалыҡта мең гектар ер иҫәпләнә,       800-ө сәсеүлеккә ҡарай, игенселек менән шөғөлләнәләр. Көтөүлек – 100 гектарҙа. Техника етерлек, икешәр “КамАЗ”, комбайн, “Т-150” тракторы алғандар, “Беларусь”тары – алтау, “ДТ-75” бульдозеры бар. Бар тиреҫте яланға ташығандар. Илшат Шаһманов – фураж, Салауат Салауатов малға үлән аҙығы тарата, яңы ҡайтҡан таналарҙы Венер Кәримов, башмаҡтарҙы Венер Ҡотлобаев ҡарай.

Егәрле кеше генә замана ауырлыҡтарына бирешмәй, ер һәм малсылыҡ менән шөғөлләнә, тигән фекергә йәнә бер инанып ҡайттыҡ.

 

Әҡлимә ИМАМОВА.

 

Мәләүез районы.

Читайте нас