

2021 йылда Туризм буйынса федераль агентлыҡ ташламалы кредит биреү программаһына индереү өсөн Өфө ҡалаһындағы халыҡ-ара аэропорт биләмәһендә “Ibis Styles” бренды аҫтында отель төҙөү буйынса ғариза ҡабул иткән. Агентлыҡ былтыр беренсе тапҡыр инвесторҙарға отелдәрҙе төҙөүгә һәм реконструкциялауға ташламалы кредит программаһын ҡабул итте: кредиттар йылына 3-5 процент менән 15 йылға тиклем бирелә. Был сара иҫәбенә Рәсәй курорттарында 2024 йылға тиклем Рәсәй һәм халыҡ-ара, шул иҫәптән Башҡортостан бренды аҫтында 20 меңдән ашыу ҡунаҡхана номерҙары төҙөү планлаштырыла.
Әлеге мәлдә компания проектты әҙерләй – концепция 150 номерҙы, лобби-барҙы, фитнес-үҙәкте, парковканы һәм килешеүҙәр уҙғарыу биналарын булдырыуҙы күҙ уңында тота.
Инвестиция проекты 2035 йылға тиклем Туризмды үҫтереү стратегияһының төп бурыстарын хәл итеүгә тап килә, ул Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты тарафынан 2021 йылда әҙерләнгән. Уның бурыстары араһында – ҡунаҡханалар һәм урынлаштырыу саралары эшмәкәрлегенә инвестициялар күләмен, түләүле хеҙмәттәр күләмен арттырыу.
Бынан тыш, был проект Башҡортостан республикаһы Башлығының 2019 йылдың 23 сентябрендәге “2024 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешендәге стратегик йүнәлештәр тураһында”ғы 310-сы Указының туризмды үҫтереү иҫәбенә тотроҡло иҡтисади үҫеште тәьмин итеү өлөшөн тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк.
– Һәр “Ibis Styles” отеле барлыҡ бүлмәләрҙә һәм йәмәғәт урындарында айырым тема менән илһамландырылған сағыу дизайн иҫәбенә үҙенсәлекле. Эшҡыуарҙарҙың инвестиция күләме 917 миллион һум тәшкил итә, һөҙөмтәлә, туризмда бындай объекттың барлыҡҡа килеүе төбәктә 120 яңы эш урыны булдырасаҡ, – тип билдәләне Башҡортостандың туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡуллин.
Әле инвестор “Өфө” халыҡ-ара аэропорты” акционерҙар йәмғиәте менән ҡунаҡхананы төҙөү проектын тормошҡа ашырыу буйынса инвестиция килешеүе төҙөгән, ер участкаһын ҡуртымға биреү буйынса хоҡуҡтарҙы һәм бурыстарҙы тапшырыу килешеүенә ҡул ҡуйылған, маркетинг тикшеренеүҙәр үткәрелгән һәм проекттың концепцияһы билдәләнгән. Проекттың Рәсәй Федерацияһының 2021 йылдың 9 февралендәге 141-се ҡарарына ярашлы процент ставкаларын субсидиялау программаһы ҡатнашыуы планлаштырыла.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайнынан.