Иҡтисад
18 Ғинуар 2022, 04:06

Ҡоро үләндә һөт юҡ

Тиҙ арала мелиорация системаһын тергеҙеү кәрәк.

Нәсих Хәлисов коллажы.Нәсих Хәлисов коллажы.
Фото:Нәсих Хәлисов коллажы.

Быйыл ғинуарҙан илебеҙҙә ауыл хужалығы ерҙәрен әйләнешкә индереү, уларҙы һөҙөмтәле ҡулланыу һәм мелиорация комплексын үҫтереү буйынса дәүләт программаһы эшләй башланы. Уға ярашлы, 2030 йылға республикала һуғарылған ерҙәр майҙанын 100 мең гектарға еткерергә кәрәк буласаҡ. Был һан ни тиклем ысынбарлыҡҡа тап килә һәм ниндәй аҙымдар яһарға кәрәк?

 

Ун йыл элек бәкәлгә һуҡҡайны ла...

 

Былтырғы ҡоролоҡ ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәргә артабан ер эшкәртеү мәсьәләһенә яңыса ҡараш кәрәклеген йәнә бер иҫбатланы. Баҫыуҙарға һыу һибеү заман талабы икәнен барыһы ла яҡшы аңланы. Ил Хөкүмәте ҡабул иткән ерҙәрҙе мелиорациялауҙы үҫтереү программаһы бик мөһим, юғиһә артабан ҡоролоҡ ҡабатлана ҡалһа, ауыл хужалығы предприятиелары көрсөккә килеп терәләсәк, илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге ҡаҡшаясаҡ.

Әйткәндәй, республикала элек мелиорация системаһы көслө ине. Баҫыуҙарға һыу һибеү ҡорамалдары әүҙем ҡулланылды. Шул уҡ ваҡытта 1970 йылдан алып 1990 йылға тиклемге осорҙа булдырылған ҡеүәтле мелиорация комплексын тергеҙеүгә бер һум да һалынмаған булып сыҡты.

Былтырғы йәйҙе ҡоролоҡ кимәле буйынса 2010 йылдың йәйе менән сағыштырырға мөмкин. Тиҫтә йыл элек ауыл хужалығы тармағына һәм дөйөм иҡтисадҡа ямғыр етмәүҙең ни тиклем зыян килтереүен баштан үткәргәйнек инде. Һауа торошоноң көйһөҙлөгөнә бәйлелекте еңеп сығыуҙың берҙән-бер юлы, бигерәк тә республика шарттарында, ерҙе һуғарыу менән шөғөлләнеү тигән һабаҡты шул ваҡытта алғайныҡ, ләкин ул ҡоролоҡ онотолдо, баҫыуҙарҙы һуғарыу мәсьәләһе лә тынып ҡалды.

Ҡоролоҡҡа дусар булған райондар дала зонаһына инә, бынан тыш, Урал аръяғы райондарында ҡоролоҡ йыш ҡабатлана, ә был биләмә республиканың байтаҡ өлөшөн алып тора. Шуны онотмайыҡ: тап ошо райондарҙа иң уңдырышлы ҡара тупраҡ һәм игендең сифаты юғары була. Әммә ҡоролоҡ арҡаһында күпселек хужалыҡтар үҫемлекселек менән шөғөлләнеүҙән баш тарта. Һуңғы йылдарҙа был райондарҙа ямғыр норманан ике тапҡырға кәмерәк яуған.

Ерҙең уңдырышлылығын һаҡлау, арттырыу һәм уңыштың сифатын яҡшыртыу маҡсатында 1960 йылдар аҙағынан республикала күләмле төҙөлөш башлана. Һуғарыу системаһы менән бер нисә эре һыу һаҡлағыс төҙөлгән: Ыҫлаҡ һыу һаҡлағысында 13 миллион кубометр һыу тупланған, ул 1800 гектар ерҙе һуғарыуҙы тәьмин итеү мөмкинлегенә эйә. Йоматау һуғарыу системаһы Яңы Ильин һыу һаҡлағысын үҙ эсенә ала, ул 1500 гектар баҫыу һәм көтөүлекте, “Шемәк” совхозындағы быуаны һыу менән һуғарған, 650 гектар картуф баҫыуҙарын дымландырған. Проектлау һәм смета документтары әҙерләнгәндә Кушнаренко районында ла баҫыуҙарға һыу һибеү системаһы үткәреү ҡаралған булған, әммә төрлө ҡаршылыҡтар арҡаһында мелиорация эше туҡтап ҡалған. Ерҙе мелиорациялау саралары комплексына шулай уҡ һаҙлыҡтарҙы ҡоротоу, көтөүлектәр булдырыу һәм башҡа эш инә. Дәүләкән автозаводында һуғарыу өсөн торбалар етештереү буйынса оҫтахана булдыралар, ул бөтә илде сифатлы торбалар менән тәьмин итергә тейеш була. Шулай итеп, Башҡорт­останда 20 йыл эсендә ауыл хужалығы ерҙәрен һуғарыуҙың һөҙөмтәле системаһы төҙөлә. Һөҙөмтәлә һуғарылған сабынлыҡтарҙы миҙгеленә ике-өс тапҡыр сабалар, мал аҙығы әҙерләү мәсьәләһе хәл ителә, баҫыуҙарҙың етештереүсәнлек күрһәткестәре арта.

Һөҙөмтәһе генә ҡыуандырмай

 

Әммә үҙгәртеп ҡороу осоро был эшкә ҙур нөктә ҡуйҙы. Колхоздар бөтөрөлдө, ҙур хужалыҡтар ҙа көрсөккә килеп терәлде. Бөтә ил бөлгөнлөккә төшкән заманда һуғарыу системаһының бөтөнләй кәрәге ҡалмай. Ниһайәт, ауыл хужалығы тармағы аяҡҡа баҫып, етештереүсәнлек артҡас, белгестәр йәнә баҫыуҙарҙы һуғарыу мәсьәләһен күтәреп сыҡты.

Ҡабул ителгән программа ҡағыҙҙа ҡалмаһын өсөн хәҙер нимә эшләргә кәрәк? Беренсенән, мелиорация комплексын үҫтереү буйынса бөтә эштәрҙе алып барған белгестәрҙе туплаған махсус ойошма булдырылырға тейеш. Проектлау һәм баһалау документтарына ревизия үткәрергә һәм булған объекттарҙың үҙҡиммәтен ҡайтанан баһаларға кәрәк. Республикала булған барлыҡ гидравлик ҡоролмаларҙың торошон баһалау өсөн ҙур эш талап ителә.

Быуаларҙың һуғарыуға яраҡлымы, әллә күптән кипкәнме икәнен тикшерергә, һаҡ аҫтына алырға кәрәк. Уларҙың күптәре хәҙер хужаһыҙ йәки ҡуртымға алынған.

Белгестәр билдәләүенсә, мелиорация системаһын булдырыу – уңышты ҡоролоҡтан һаҡлауҙың ышаныслы юлы, әммә ҡасандыр емергәнде төҙөкләндереү ауыр шул.

Лилиә Нуретдинова

Читайте нас