

Сәнәғәт предприятиеларына кредит договорҙары буйынса процент ставкаһының бер өлөшөн ҡаплауға грант биреү Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә үткән Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында тикшерелгән төп темаларҙың береһе булды.
– Республика Сәнәғәтте үҫтереү фонды предприятиеларҙың инвестиция проекттарына булышлыҡ итеү һәм тармаҡ йүнәлештәре буйынса сәнәғәтте үҫтереү программаларын төҙөү йәһәтенән иң һөҙөмтәле һәм перспективалы үҫеш институтын тәшкил итәлер, моғайын, – тине Андрей Назаров.
Ул Фондтың 2020 йылға Рәсәй төбәктәрендә сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингына индергән өлөшөн билдәләп үтте. Былтыр Башҡортостан был рейтингта беренсе урынды яулаған.
Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев әйтеүенсә, Фонд ойошмаларға һәм шәхси эшҡыуарҙарға тотонолған һәм документ менән раҫланған сығымдың бер өлөшөн ҡаплау, 2021 йылдан алынған кредиттар йәки транштар буйынса проценттар түләү өсөн грант бирә. Бер ойошмаға йәки шәхси эшҡыуарға гранттың күләме бер календарь йыл дауамында иң күбе биш миллион һум тәшкил итә.
Грант алыуға “Инвестиция сәғәте”ндә үҙ проектына ярҙам алған, шулай уҡ сәнәғәт өлкәһендә бер нисә йүнәлеш буйынса эшмәкәрлек алып барған ойошмалар хоҡуҡлы.
Республикала Сәнәғәтте үҫтереү фонды 2017 йылдан әүҙем эшләй. Ошо ваҡыт эсендә сәнәғәт предприятиеларының 85 проектына ярҙам күрһәтелгән, Башҡортостан иҡтисадына инвестицияларҙың дөйөм күләме 30 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән, шул иҫәптән Рәсәйҙең Сәнәғәтте үҫтереү фондынан 10,6 миллиард һум йәлеп ителгән. Проекттарға ярҙам 24 финанслау программаһы нигеҙендә күрһәтелә.
Фото: rb.ru/news/
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news