Иҡтисад
18 Ғинуар 2022, 04:08

Ужым торошо хәүеф тыуҙыра

Республикала ноябрҙең икенсе декадаһында һәм декабрҙә ғәҙәттәгенән йылыраҡ һауа торошо урынлашты, бер ай эсендә уртаса һауа температураһы минус 3,3 градус тәшкил итте, был норманан 1,7 градусҡа юғарыраҡ.

Урыны менән мул яуым-төшөм күҙәтелде, һауа температураһы минус 25 градусҡа етте, ҡайһы бер райондарҙа 40 градусҡаса төштө. Республика биләмәһендә тотороҡло ҡар япмаһы 8-10 ноябрҙә төньяҡ, төньяҡ-көнсығыш һәм таулы райондарҙа бер аҙнаға һуңлабыраҡ ятты. Ноябрь аҙағында баҫыуҙарҙа ҡар япмаһының уртаса бейеклеге 4 – 36 сантиметр тәшкил итте (норма – 8 – 20 сантиметр). Ҡарҙы тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, ҡар япмаһының уртаса бейеклеге төньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнбайыш төбәктәрҙә һәм Урал аръяғы райондарында билдәләнгән 10 сантиметрҙан кәмерәк. Метеостанция мәғлүмәттәре буйынса, тупраҡ 3–47 сантиметрға туңған (норма – 10–27 сантиметр).

Дөйөм алғанда, ужым культуралары ҡышлай башлаған осорҙан алып агрометеорологик шарттар башлыса ҡәнәғәтләнерлек булмай.

Декабрҙең тәүге көндәрендә һауа шарттары тағы ла насарайҙы. Епшек ҡар һәм боҙло ямғыр яуҙы, ҡайһы бер урындарҙа буран, елдең көсәйеүе секундына 40 метрға тиклем етте. Баҫыуҙарҙа урыны-урыны менән ер ҡарҙы өрҙөрөп алып китә, яланғас урындар 30 процентҡа тиклем етә. Республиканың ҡайһы бер райондарында боҙло ямғыр яуғандан һуң ужым культураларының өҫтөндә боҙ ҡатламы барлыҡҡа килә.

Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса идаралығы агрономдары декабрҙең икенсе декадаһынан баҫыуҙарҙың дөйөм торошон билдәләү өсөн ужым культураларын тикшереүгә сыҡҡан. Күҙәтеү республиканың бөтә зоналарында ла 80,6 мең гектар майҙанда үткәрелгән.

Төньяҡ-көнсығыш урман-дала зонаһында 5,29 мең гектар майҙанда тикшереү үткәрелгән, шуларҙың 1,29 мең гектарында ужым культуралары – насар хәлдә. Төньяҡ урман-дала зонаһында тикшереү 8,37 мең гектар майҙанда үткәрелгән, шуларҙың 0,15 мең гектары – насар хәлдә. Краснокама районында боҙ ҡатламы билдәләнә, ҡар япмаһының бейеклеге 1 – 8 сантиметрға тиклем, урман һыҙаттары янында 20 сантиметрға етә.

Урал алды дала зонаһында тикшереү 57,8 мең гектар майҙанда үткәрелгән, шуларҙың 15,5 мең гектары – насар хәлдә. Зонаның бер районында ла боҙ ҡатламы күҙәтелмәй, ҡар япмаһының бейеклеге 2 – 25 сантиметрға тиклем, тупраҡ температураһы минус 3,5 – 7,5 градус.

Көньяҡ урман-дала зонаһында тикшереү 9,1 мең гектар майҙанда үткәрелгән, шуларҙың 1,8 мең гектары – насар хәлдә. Боҙ ҡатламы бөтә ерҙә лә күҙәтелмәй, ҡар япмаһының бейеклеге 2 сантиметрҙан 8 сантиметрға тиклем. Саҡмағош районында тикшерелгән баҫыуҙарҙа ҡар япмаһы бөтөнләй булмаған. Ҡар яуған һайын ел уны өрҙөрөп алып киткән. Әле буранлап ҡар яуғас ҡына, баҫыуҙарға ҡар ятҡан.

Учалы районында тикшереү 0,085 мең гектар майҙанда үткәрелгән, үҫемлектәр көсһөҙ, боҙ ҡатламы билдәләнмәгән, ҡар япмаһының бейеклеге 1 – 2 сантиметр ғына.

Ҡар япмаһының булмауы, төнгө һыуыҡтар ужым культураларының ҡышлауына кире йоғонто яһай, был бигерәк тә көҙҙән күтәрелеп киткән үҫемлектәр өсөн хәүефле.

Тупраҡ температураһының тирбәлеүе, һауа торошоноң тотороҡло булмауы ужымдың зыян күреүенә һәм һәләк булыуына килтерә.

Лилиә Нуретдинова

Читайте нас