Иҡтисад
19 Ғинуар 2022, 15:45

“Һанлы сәғәт”тә ниндәй мәсьәләләр тикшерелде?

Мәғариф өлкәһендә республика халҡы өсөн барлыҡ хеҙмәттәр тиерлек электрон төргә күсерелгән.

“Һанлы сәғәт”тә ниндәй мәсьәләләр тикшерелде?“Һанлы сәғәт”тә ниндәй мәсьәләләр тикшерелде?
“Һанлы сәғәт”тә ниндәй мәсьәләләр тикшерелде?

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Һанлы сәғәт” тәртибендә кәңәшмә үткәрҙе. Видеоконференция режимында үткән сарала ҡатнашыусылар төп иҡтисад тармаҡтарының һәм социаль өлкәнең һанлы үҫеш мөмкинлектәре буйынса фекер алышты, шулай уҡ мәғариф, йәмәғәт транспорты, коммуналь өлкәләрҙә һанлы үҙгәрештәргә бәйле мәсьәләлрҙе тикшерҙе.

– Беҙҙең төп маҡсат – идара итеү ҡарарҙарын һанлаштырыуҙың төп мәсьәләләрен бергәләп ҡарау, – тине Радий Хәбиров.

Дәүләт идараһының һанлы үҫеше министры Геннадий Разумикин һанлаштырыу үҫешенең төбәк власына беркетелгән алты төп йүнәлешен әйтеп үтте.

– Дәүләт хеҙмәттәрен электрон форматта әүҙем үҫтерәбеҙ, йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү этаптарын, һаулыҡ һаҡлауҙа, транспорт логистикаһында, мәғарифта һәм фәндә барған процестарҙы һанлы форматҡа күсерәбеҙ, – тине ул.

Уның әйтеүенсә, мәғариф өлкәһендә республика халҡы өсөн барлыҡ хеҙмәттәр тиерлек электрон төргә күсерелгән.

Радий Хәбиров республика Мәғариф һәм фән министрлығына Дәүләт идараһының һанлы үҫеше министрлығы менән берлектә “Алға” мәктәп картаһын яңы функционал менән тулыландырырға ҡушты. Уны киләһе “Юғарыға ос!” мәктәп форумында йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим итмәкселәр.

Кәңәшмәлә шулай уҡ йәмәғәт транспортындағы һанлы үҙгәрештәр тикшерелде.

– Республикабыҙҙа пассажирҙарҙың 55 проценты юл хаҡын – “Алға” картаһы, 26 проценты банк карталары ярҙамында түләй. Ни бары 19 проценты ғына элеккесә ҡулаҡса менән иҫәпләшә, – тине Геннадий Разумикин. – Күпселек үҙҙәре өсөн уңайлы хеҙмәтте һайлай.

Башҡортостанда бөтәһе 606616 “Алға” картаһы сығарылған. Көн һайын картаны ҡулланыусылар һаны 500-600 кешегә арта бара. Республика Башлығы төбәктең транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушевҡа киләһе “Транспорт сәғәте”ндә шәхси ташыусылар ойошмаларын “Алға” картаһы буйынса ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеүгә киң йәлеп итеү буйынса ғәмәлдәр планын тәҡдим итергә, йәнә транспорт хеҙмәттәре өлкәһендә интеграция процестарын әүҙемерәк үҫтерергә ҡушты.

Геннадий Разумикин Юл инфраструктураһы өлкәһендәге эштәрҙе контролдә тотоу һәм планлаштырыу системаһын автомобиль юлдарының яҡтыртылыуы буйынса интерактив карта менән тулыландырырға тәҡдим итте.

– 24 мең километр юл төндә яҡтыртылмай. Шуға күрә бындай интерактив карта бик файҙалы булыр ине, – тине министр.

Төбәк етәксеһе Башҡортостан халҡы өсөн тәҡдим ителгән хеҙмәттәрҙең мөһимлеген билдәләне, Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына ошо башланғыстарҙы анализларға һәм идара итеү ҡарарҙарын әҙерләргә ҡушты.

“Һанлы сәғәт”тә шулай уҡ ҡала хужалығында һәм торлаҡ-коммуналь өлкәлә һанлаштырыу мәсьәләләре тикшерелде. “Төҙөкләндереү” автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы һәр объектта проект һәм төҙөлөш-монтаж эштәренең бөтә этаптарын онлайн тәртибендә контролдә тоторға, визуаль күҙәтеү ойошторорға мөмкинлек бирә. – Беҙ 535 ихатаны, күп фатирлы 115 йорт подъезын, 35 йәмәғәт киңлеген һәм 354 боҙ һырғалағын “цифрлаштырҙыҡ”. Өлгәшелгәндәр менән сикләнеп ҡалмайбыҙ, – тине дәүләт идараһының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

– Бөгөн беҙ өс өлкәлә – мәғарифта, транспортта һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡта һанлаштырыу мәсьәләләрен тикшерҙек, – тип һүҙен йомғаҡланы Радий Хәбиров. – Һәр ерҙә ыңғай үҙгәрештәр һәм халыҡты хеҙмәтләндереү сифатын артабан яҡшыртыу перспективаһын күрәбеҙ. Иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең бөтә тармаҡтарында һанлы үҙгәрештәрҙе әүҙемләштереү өсөн “Һанлы сәғәт”тәрҙе айына ике тапҡыр үткәрәбеҙ.

Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/149558.html

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/149558.html

 

 

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас