Иҡтисад
19 Ғинуар 2022, 17:30

Беҙ – туғандаш халыҡтар

"Быларҙың барыһы ла беҙҙе берләштерә, һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеккә этәрә һәм уңышҡа ышаныс бирә", - тигән фекерҙә Радий Фәрит улы.

Беҙ – туғандаш халыҡтарБеҙ – туғандаш халыҡтар
Беҙ – туғандаш халыҡтар

Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, бөгөн Башҡортостан менән Ҡаҙағстандың хеҙмәттәшлеген үҫтереүгә арналған эш төркөмөнөң тәүге ултырышы булды. Ул ике республика араһында онлайн-форматта ойошторолдо һәм уңышлы үтте. Саранан һуң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар менән аралашты һәм тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

– Радий Фәрит улы, Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса эш төркөмөнөң беренсе ултырышы тамамландымы. Ошондай эш форматы ни тиклем һөҙөмтәле? Бөгөн һеҙ ниндәй өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙе тикшерҙегеҙ? – тип һоранылар унан.

“Юғары кимәлдә осрашыуҙар барышында ҡабул ителгән ҡарарҙар тормошҡа ашырыла башлаһын өсөн, беҙ ошо эш төркөмөн махсус рәүештә ойошторҙоҡ. Сөнки һәр килешеүҙе оҙатырға кәрәк. Был, беренсенән. Икенсеһе. Был эшсе төркөм составына Ҡаҙағстандың да, Башҡортостандың да етәкселеге инә. Ә тәүге кешеләрҙең процесҡа йәлеп ителеүе алға хәрәкәтте ярайһы уҡ һөҙөмтәле итә.

Юл картаһы эшебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшө булып тора, унда тормошҡа ашырырға кәрәкле килешеүҙәрҙең барыһын да ентекләп индерәбеҙ. Эйе, туранан-тура сауҙа-иҡтисади эшмәкәрлек барышында башланғыстарҙың бер өлөшө генә эшләп китә. Әммә беҙ бөтә тәҡдимдәрҙе лә өйрәнәсәкбеҙ, тип ҡарар иттек.

Мәҫәлән, бынан алдағы осрашыу барышында беҙ Ҡаҙағстандағы коллегаларыбыҙға Башҡортостан биләмәһендә ағасты, тәү сиратта оҙаҡ торған, сортһыҙ ағасты, тәрән эшкәртеү буйынса предприятие төҙөү мөмкинлегенә иғтибар итергә тәҡдим иттек. Улар ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерҙе, һәм ошо көндәрҙә беҙгә был инвестиция проектын бойомға ашырырға ниәтләгән Ҡаҙағстандан ҙур компания вәкилдәре килде.

Тағы ла бер ҙур проект – “Павлодар” махсус иҡтисади зонаһы биләмәһендә “Башҡортостан сода компанияһы” менән ҡаҙаҡтарҙың “Каустик”ы берлектәге предприятиеһын булдырыу. Был – беҙҙең өсөн өҫтөнлөклө башланғыстарҙың береһе. Күҙалланған инвестициялар күләме – 1 миллиард доллар самаһы. Һөҙөмтәлә беҙ дөйөм алғанда Рәсәй, Ҡаҙағстан һәм башҡа илдәрҙең хәҙерге иҡтисады өсөн кәрәкле продукция етештерәсәкбеҙ. Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе биләмәһендә бындай предприятие булғаны юҡ ине әле”, – тине Радий Хәбиров.

Уның белдереүенсә, эш төркөмө сауҙа-иҡтисади ғына түгел, ә социаль-мәҙәни, гуманитар хеҙмәттәшлекте лә күҙ уңында тота.

– Радий Фәрит улы, бөгөн ултырышта, Башҡортостан – Ҡаҙағстан менән үҙ-ара эш итеү буйынса Рәсәй төбәктәре араһында алдынғылар иҫәбендә, тип билдәләнеләр. 2022 йылда билдәле ваҡиғаларҙан һуң республика тәүгеләрҙән булып туғандаш ил менән бәйләнеште яйға һала. Ниндәй маҡсат менән? – тип һораны хәбәрсе.

– Беҙ һеҙ әйткән ваҡиғаларҙан күпкә алдараҡ һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итә башланыҡ. Беҙҙең Ҡаҙағстан менән тауар әйләнеше динамикаһы йылдан-йыл үҫә барҙы. Уҙған йылда, яңы тышҡы баҙарҙар эҙләгәндә, Ҡаҙағстан менән сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү өсөн ҡеүәттең ғәйәт ҙур булыуын күрҙек. Ҡаҙағстандың баш ҡалаһына эш сәфәре менән килгәндән һуң беҙ әлеге хеҙмәттәшлекте тәрәнәйттек. Беҙҙә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә үҙ-ара әүҙем эш итеү яйға һалынды, берлектәге ҙур инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла башланы. Был беҙҙең өсөн бик мөһим.

Ҡаҙағстанда билдәле ваҡиғалар башланғас, беҙ хеҙмәттәштәребеҙ менән бәйләнештә булдыҡ, уларға уңыштар, көс теләнек. Һәм Ҡаҙағстан халҡы дөрөҫ үҫеш юлын һайлаясағына тулыһынса ышана инек. Ил етәкселеге Президенттары Ҡасым-Жомарт Тоҡаев етәкселегендә ғәжәйеп тәүәккәллек һәм ҡатылыҡ күрһәтте. Был тәрән хөрмәткә лайыҡ.

Республикаларыбыҙҙың иҡтисад структураһы оҡшаш булыуы мөһим. Беҙ – туғандаш халыҡтар. Быларҙың барыһы ла беҙҙе берләштерә, һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеккә этәрә һәм уңышҡа ышаныс бирә, - тине Радий Фәрит улы.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас