

Бөгөн яҙғы баҫыу эштәрен башҡарыу буйынса беренсе зона агрономия конференцияһы булды. Уны видеоконференцэлемтә тәртибендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов үткәрҙе.
Уның әйтеүенсә, 2022 йылғы сәсеү кампанияһы ҡатмарлы булмаҡсы, шуға күрә уға әҙерлекте ғәҙәттәгенән алдараҡ башларға кәрәк.
– Уҙған ҡоролоҡ миҙгелен иҫәпкә алғанда, тупраҡта дым аҙ ҡалды, – тине вице-премьер. – Яҙғы дымды мөмкин тиклем тулыраҡ файҙаланыр өсөн, сәсеүҙе тиҙ арала тамамлау мөһим. Шул уҡ ваҡытта ашламаларҙы әле үк тупларға кәрәк, уларҙы етештереүселәр менән хаҡтарҙы элеккесә үҙгәрешһеҙ ҡалдырыу тураһындағы килешеүҙәр быйыл май аҙағына тиклем ғәмәлдә.
Ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов билдәләүенсә, республика аграрийҙарының 2022 йылда сәсеү эштәренә сығымы яҡынса 20 миллиард һум тәшкил итәсәк, был былтырғы күрһәткестән өс миллиард һумдан ашыуға күберәк.
Министр урынбаҫары Ирек Сураков быйыл төбәктәге сәсеү майҙанының бер аҙға ғына артып, 2 миллион 835 мең гектарға етәсәге тураһында мәғлүмәт бирҙе. Ауыл хужалығы министрының тағы ла бер урынбаҫары Ләлә Дәүләтбаева “Агросәнәғәт комплексын реформалаштырыуға булышлыҡ итеү” автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһының һанлы мәғлүмәт системаһында эшләүе тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, системала 54 район эшләй һәм 2,5 меңдән ашыу файҙаланыусы теркәлгән.
Техниканың яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлеге тураһында Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Павел Иофинов һөйләне. Ул республикала ауыл хужалығы техникаһын ремонтлау планы һәм графигы раҫланыуын хәбәр итте.
Бынан тыш, кәңәшмәлә яңы иген уңышы сифатына, пестицидтар әйләнешенә мониторинг, агростраховкалау һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды.
Беренсе зона агрономия конференцияһында Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре, Мәләүез, Ишембай, Стәрлебаш, Федоровка, Көйөргәҙе, Күгәрсен һәм Ейәнсура райондары ауыл хужалығы идаралыҡтары (бүлектәре) начальниктары, баш агрономдар һәм инженерҙар, ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтары етәкселәре, белгестәре ҡатнашты.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news