Иҡтисад
19 Ғинуар 2022, 09:50

Уртаҡ эш башланды

"Күптәнге Башҡортостан-Ҡаҙағстан бәйләнештәре, эшлекле етештереү кооперацияһы үҫешә бара, яңы амбициялы проекттар өсөн шарттар булдырыла”, – тине Радий Хәбиров.

Уртаҡ эш башландыУртаҡ эш башланды
Уртаҡ эш башланды

Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһындағы үҙ-ара сауҙа 2021 йылдың 11 айында пандемияға тиклемге 2019 йылдың күрһәткесенән артты. 2020 йылда тышҡы сауҙа әйләнеше 296,9 миллион доллар тәшкил иткән, уҙған йылдың 11 айы йомғаҡтары буйынса – 365 миллион доллар. Был һандарҙы республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса эш төркөмөнөң тәүге ултырышында иғлан итте. Ултырыш онлайн форматта үтте.

“Шуныһы мөһим: күптәнге Башҡортостан-Ҡаҙағстан бәйләнештәре, эшлекле етештереү кооперацияһы үҫешә бара, яңы амбициялы проекттар өсөн шарттар булдырыла, беҙ уларға ихлас ярҙам күрһәтәсәкбеҙ”, – тине Радий Хәбиров.

Төбәк Башлығы белдереүенсә, киләсәктә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған берлектәге проекттар араһынан Башҡортостанда ағасты тәрән эшкәртеү буйынса завод төҙөлөшөн һәм Павлодарҙа “Каустик” базаһында химия кластерын булдырыуҙы айырып билдәләргә мөмкин.

2020 йылда Башҡортостандың 122 сауҙа партнеры булған илдәр менән тышҡы сауҙа әйләнешендә Ҡаҙағстан 7,3 процент өлөш менән өсөнсө урынды биләй, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре араһында 34 процент менән беренсе урында килә.

Сауҙа әйләнеше ассортиментында йөҙләгән төр продукция. Башҡортостан Ҡаҙағстанға нефть һәм химия сәнәғәте продукттары, гербицидтар, минераль ашлама, кальцийлы һәм каустик сода, каучук, ағас эшкәртеү тауарҙары, быяла, ҡара металл прокаты, төҙөлөш материалдары, нефть промыслаһы ҡорамалдары, транспорт техникаһы һәм башҡа әйберҙәр ҡайтара. Үҙ сиратында, республика уларҙан ҡорос прокат, минераль ашлама етештереү өсөн сеймал, ҡорамалдар, он-ярма продукцияһы килтерә.

Был саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡ килгән "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектын да тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: Олег Яровиков. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас